Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
17 Февраль 2020, 17:37

Күпме йәштәр тамды ул йылдарҙа…

Афған һуғышы ил тарихында, меңләгән әсә, һалдат йөрәгендә мәңге уңалмаҫ яра булып һаҡлана. Ҡанлы бәрелешкә республиканан 10 меңгә яҡын һалдат алына, уларҙың 343-ө тыуған еренә кире әйләнеп ҡайтмай.

Афған һуғышы ил тарихында, меңләгән әсә, һалдат йөрәгендә мәңге уңалмаҫ яра булып һаҡлана. Ҡанлы бәрелешкә республиканан 10 меңгә яҡын һалдат алына, уларҙың 343-ө тыуған еренә кире әйләнеп ҡайтмай. Ҡыҙғанысҡа күрә яу яланында өс яҡташыбыҙ һәләк булды: Уран Әхмәтов, Георгий Еремин, Руслан Сәйфуллин…
Быйыл Рәсәй Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 31 йыллығын билдәләне. Бик күп ғаиләләргә ҡағылған был ҡораллы конфликтта илебеҙ 14 мең һалдат һәм офицерын юғалтты. Әлеге мәлдә районда 32 яугир-интернационалист йәшәй.
1979 йылдың 8 октябрендә Афғанстан Халыҡ-демократик партияһына нигеҙ һалыусы Нур Мөхәммәд Таракиҙы үлтереү Совет ғәскәрҙәрен Афғанстанға индереүгә сәбәп булды. 1979 йылдың 12 декабрендә КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы рәсми рәүештә Афғанстанға ғәскәр индереү һәм Советтар Союзы тарафынан был дәүләткә хәрби ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Тәүге совет частары Афғанстанға 1979 йылдың 25 декабрендә генерал-лейтенант Юрий Тухаринов командованиеһындағы 40-сы армия составында индерелә.
Хәрби хәрәкәттәр барышында контрреволюцион түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Афғанстан башлығы вазифаһын биләп алған Афған оппозицияһы башлығы Хафизулла Әминде алып ташлау буйынса операция үткәрелә. Бабрак Кармаль етәкселегендә сираттағы власть алмашҡандан һуң Афғанстанда урынлаштырылған режим тулыһынса совет хәрби, техник һәм финанс ярҙамына бәйле була. Шул уҡ ваҡытта баш күтәреүселәр төркөмдәренә АҠШ яғынан ярҙам күрһәтелә.
1986 йылда Афғанстанда сираттағы дәүләт түңкәрелеше була, уның һөҙөмтәһендә властан алынған Бабрак Кармаль урынын Афғанстан президенты итеп һайланған Мөхәммәд Наджибулла биләй.
1988 йылда СССР һәм АҠШ властары Афғанстандың эске эштәренә ҡыҫылмау тураһында һөйләшеп килешә. 1988 йылдың майында совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу башлана, ул 1989 йылдың 15 февралендә тамамлана.
Фойела райондың пенсия фонды, үҙәк район дауаханаһы, торлаҡ-коммуналь һәм электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡабул итеүҙәр ойошторолдо.
Артабан яугирҙар, төркөмдәргә бүленеп, Айытмәмбәт, Баҡалды, Ырныҡшы ауылдарына юлланды. Афғанстан һуғышы шаһиттарының хәтирәләре йәш быуынға илһөйәрлек рухында тәрбиә биреү, өлкәндәргә ихтирам уятыу, тарихты өйрәнеү, белеү йәһәтенән әһәмиәтле булды.
Читайте нас: