Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
5 Февраль 2020, 16:16

Еңеүгә кемдәр өлгәшер?

Ошо көндәрҙә райондың ауыл советтары араһында ойошторолған спартакиада старт алды.

Ошо көндәрҙә райондың ауыл советтары араһында ойошторолған спартакиада старт алды. Ярышта барыһы 12 йыйылма команда, “А” (Абҙан, Архангел, Арх-Латыш, Баҡалды, Инйәр, Ҡыҙыл Еҙем,) һәм “Б” (Краснокуртовка, Липовка, Оҙондар, Орловка, Тәүәкәс, Ырныҡшы) төркөмөнә бүленеп, үҙ-ара волейбол, дартс, гер күтәреү, шахмат, өҫтәл теннисы һәм арҡан тартыу буйынса көс һынашасаҡ.
Район хакимиәте башлығы Илшат Әминев, йәштәр эше, спорт һәм физкультура буйынса комитет рәйесе Алевтина Тиунова, судья бригадалары тантаналы йыйылышын асып, бәйгелә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.
– Районда спортҡа, физкультура менән шөғөлләнеүгә, сәләмәт тормош рәүеше алып барыуға ҙур иғтибар бүленә. Спорт менән мауыҡҡан кешеләр физик яҡтан да, рухи яҡтан да көслө була. Йыл дауамында төрлө бәйгеләр ойошторола. Ярыш булғас, еңеүсеһе лә була. Шуға ла иң командаларға уңыштар теләйем, - тине Илшат Нәжметдин улы.
Спартакиада тураһында мәғлүмәт, уйын ҡағиҙәләре менән Алевтина Тиунова таныштырҙы. Ул 4 февралдән 19 февралгә тиклем уйындарҙың “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә, шулай уҡ “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында уҙасағын белдерҙе.
4 февралдәге һөҙөмтәләр:
Волейбол:
Ҡыҙыл Еҙем – Абҙан (0:2)
Арх-Латыш– Архангел (0:2)
Инйәр – Баҡалды (2:0)
Шахмат:
Ҡыҙыл Еҙем – Абҙан (1:1)
Арх-Латыш – Архангел (2:0)
Инйәр – Баҡалды (1:1)
Өҫтәл теннисы:
Ҡыҙыл Еҙем – Абҙан (1:1)
Арх-Латыш – Архангел (2:0)
Инйәр – Баҡалды (1:1)
Арҡан тартыу:
Ҡыҙыл Еҙем – Абҙан(2:0)
Арх-Латыш– Архангел (2:0)
Инйәр – Баҡалды (2:0)
Читайте нас: