Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
16 Ғинуар 2020, 14:10

Яңы йылда – яңы проекттар. Йүнселдәргә уңыш килтерһен

2019 йыл йомғаҡтары буйынса районыбыҙ “Инвестор менән диалог” номинацияһында иң яҡшылар рәтенә инде.

2019 йыл йомғаҡтары буйынса районыбыҙ “Инвестор менән диалог” номинацияһында иң яҡшылар рәтенә инде. Гранттар республика социаль-иҡтисади үҫешенең айырым йүнәлештәре буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән ҡалаларға һәм райондарға тапшырылды. Ағымдағы йылда ла был юҫыҡта эштәр тағы әүҙемерәк булыр тигән өмөттәбеҙ.
Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы И.Н.Әминев, уның урынбаҫарҙары, иҡтисад бүлеге, ер һәм мөлкәт менән идара итеү комитеты белгестәре ҡатнашлығында район хакимиәтендә “Эшҡыуар сәғәте” үтте. Сарала крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Максим Ефанов “Үҫемлекселекте үҫтереү: техник культураларҙы етештереү” мәсьәләһе буйынса тәҡдимдәрен белдерҙе.
Проектты тормошҡа ашырыу буйынса район етәкселеге тарафынан файҙалы һәм фәһемле кәңәштәр бирелде.
Альберт Рәхимов.
Һүрәттә: “Эшҡыуар сәғәте”ндә.
Читайте нас: