Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
13 Ғинуар 2020, 16:35

Районға юғары баһа

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығының 5 миллион һум күләмендәге грантына лайыҡ булған муниципалитеттарҙы иғлан итте.

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығының 5 миллион һум күләмендәге грантына лайыҡ булған муниципалитеттарҙы иғлан итте.
Гранттар республика социаль-иҡтисади үҫешенең айырым йүнәлештәре буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән ҡалаларға һәм райондарға тапшырыла. Рейтинг төҙөгәндә биләмәләр өс төркөмгә бүленде: ҡала округтары, ҡалалы райондар һәм ауыл райондары.
“Халыҡ менән иң яҡшы бәйләнеш” номинацияһында Стәрлетамаҡ, Благовещен һәм Иглин райондары, шулай уҡ Өфөнөң Октябрь районы еңеүсе тип танылды.
“Инвестор менән диалог” номинацияһында иң яҡшылары — Ағиҙел, Баймаҡ һәм Архангел райондары.
Бүләк фонды 75 миллион һум тәшкил итә. Гранттар, комплекслы баһалау буйынса рейтингҡа ҡарап, биләмәләр араһында бүленә. Уларҙы урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йүнәлтеү күҙаллана.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: