Инйәр
+31 °С
Облачно
Район яңылыҡтары
13 Января 2020, 11:40
Гүзәл заттарға – “Әсәлек даны” миҙалы
Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ “Әсәлек даны” миҙалын алды. Бәхетле әсәләр исемлегенә райондаштарыбыҙ Илмира Тарасова менән Альбина Фәйзуллина ла инде.
Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ “Әсәлек даны” миҙалын алды. Бәхетле әсәләр исемлегенә райондаштарыбыҙ Илмира Тарасова менән Альбина Фәйзуллина ла инде. Улар ғаиләлә 5-әр бала тәрбиәләй.
Награда менән бергә аҡсалата премия тапшырылды (һалым ҡайтармаһы менән 8,7 мең һум). Миҙал 1998 йылда булдырылды, ошо ваҡыт эсендә уға 8 меңдән ашыу әсә лайыҡ булды. Быйыл 300 ҡатын-ҡыҙ миҙал менән бүләкләнде. Республикала бөтәһе 46 меңдән ашыу күп балалы әсә иҫәпләнә.
Миҙалдарҙы Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова тапшырҙы. “Күп балалы әсәләрһеҙ республиканың әүҙем үҫеше мөмкин түгел. Республика Хөкүмәте кимәлендә ғаиләләргә, айырыуса күп балалыларға, социаль ярҙам саралары даими тикшерелә, беҙ һеҙҙең менән бөтә майҙансыҡтарҙа ла һөйләшергә әҙербеҙ”,- тине Ленара Хәким ҡыҙы.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды