Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
16 Декабрь 2019, 10:30

Шахматсыларыбыҙ – өсөнсө

Ғафури районы Сәйетбаба ауылында ойошторолған шахмат бәйгеһендә Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Имәндәш, Ҡаранйылға, шулай уҡ районыбыҙҙың йыйылма командаһы ла үҙҙәрен һынап ҡараны. Ошо спорт төрөн үҫтереү, уны йәштәр араһында пропагандалау, билдәле шахматсыларҙы иҫкә алыу хөрмәтенә ойошторолған бәйгелә биш йыйылма команда үҙ-ара көс һынашты.

Ярышта (Ғафури районының төнъяҡ төбәгендәге ауыл биләмәләре араһында) бер командала биш кеше ҡатнашты. Улар үҙ-ара уйындар үткәреп, еңеүсене асыҡланы. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Салауат Мәзитов (бишенсе таҡтала), Ринат Мәзитов (дүртенсе), Азат Мәзитов (өсөнсө), Йәғәфәр Рәхимов (беренсе) “бронза” миҙалға лайыҡ булды.
Мәрәйҙәр буйынса йыйылма командалар араһында ҡауарҙылар – беренсе, имәндәштәр – икенсе, архангелдәр өсөнсө урынға күтәрелде.
Блиц-турнирҙа бөтә шахматсылар ҙа (25 ҡатнашыусы) үҙҙәрен һынай ялды. Яҡташыбыҙ Альберт Рәхимов биш турҙа ла яҡшы уйын күрһәтеп, чемпион исемен яуланы, икенселә – Салауат Түзбәков (Имәндәш), өсөнсөлә – Сабир Исхаҡов (Ҡауарҙы). Еңеүселәргә Маҡатау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: