Убалар ауылы районда төпкөл ауылдарҙың береһе булыуға ҡарамаҫтан, унда күптәргә өлгө булырлыҡ ихлас һәм дәррәү халыҡ йәшәй. Быйыл иғлан ителгән "Айыҡ ауыл" конкурсына ла улар ҙур теләк менән ҡушылды.
Убалар ауылы районда төпкөл ауылдарҙың береһе булыуға ҡарамаҫтан, унда күптәргә өлгө булырлыҡ ихлас һәм дәррәү халыҡ йәшәй. Быйыл иғлан ителгән "Айыҡ ауыл" конкурсына ла улар ҙур теләк менән ҡушылды.
Төйәктең киләсәге өсөн янып-көйөп, заманса ҡараш менән алға ынтылыусылар бихисап. Һуңғы бер нисә йылды ғына алып ҡараһаң да, бик күп эш башҡарылған. Мәҫәлән, халыҡ үҙ көсө менән мәсет төҙөп ҡуйҙы, бер рәттән ауылды төҙөкләндереүгә лә улар көсөн йәлләмәй.
Күптән түгел конкурс сиктәрендә Убалар ауылының презентацияһы уҙҙы. Сарала район хакимиәте башлығы И.Әминев, уның урынбаҫарҙары, район Советы секретары Ф.Йортомбаев, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ф.Ә.Хисаметдинов, район ветерандар советы рәйесе М.Ә.Лоҡманова ҡатнашты.
Тәү сиратта, район делегаттары “Убалар батыры” тип исемләнгән көрәш бәйгеһен күҙәтте. Унда бер-бер артлы үҫмерҙәр келәмгә сығып көс һынашты. Артабан етәкселәрҙең иғтибарын Максим Горький ауылы мәктәбендә балиғ булмағандар араһында зарарлы ғәҙәттәргә юл ҡуймау маҡсатында алып барылған пофилактик эшмәкәрлек хаҡында директор урынбаҫары Роза Мәзитова йәлеп итте.