Сәләмәтлектәре яғынан сикләнгән балаларҙың яҡындарына яҙмыш тарафынан айырыуса ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән шул, бәләкәстәренә ҡарата икеләтә йөрәк наҙы, хәстәрлелек, сабырлыҡ талап ителә уларҙан. Нәҡ ошо көн дәүләт, йәмәғәтселек, урындарҙағы етәкселек тарафынан инвалидтарға төп иғтибар йүнәлтелеү менән ҡиммәтле, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйсә, алдығыҙға маҡсаттар ҡуйып, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә ынтылыш бирә.
Осрашыу түңәрәк өҫтәл артында сәй эсә-эсә һөйләшеү рәүешендә барҙы. Борсоған һорауҙар тормоштоң төрлө өлкәһенә ҡағылды: кешеләр туранан-тура район хакимиәте башлығы И.Әминевҡа, уның урынбаҫарҙарына, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, спорт, торлаҡ-коммуналь хужалығы, ер һәм милек мөнәсәбәттәре менән идара итеү комитеты һәм башҡа тармаҡтар белгестәренә мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге алды.
Сара бергәләп “Һеңлекәш” фильмын ҡарау менән тамамланды.