Инйәр
+21 °С
Ясно
Район яңылыҡтары
19 Ноября 2019, 13:25
Гөрләп уҙҙы туйҙар
Ошо Стәрлетамаҡ районында “Борон туйҙар гөрләп үткән…” милли боронғо туй йолалары (башҡорт, рус, татар, сыуаш, украин, мордва, марий телдәрендә) республика фестиваль-конкурсы ойошторолдо.
Ошо Стәрлетамаҡ районында “Борон туйҙар гөрләп үткән…” милли боронғо туй йолалары (башҡорт, рус, татар, сыуаш, украин, мордва, марий телдәрендә) республика фестиваль-конкурсы ойошторолдо. Боронғо туй йолаларын тергеҙеү, мәҙәни традицияларҙы һаҡлау, йәштәрҙе республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ылыҡтырыу сараның төп маҡсаттарының береһе булды.
Бәйге республика Башлығының Башҡортостандың дәүләт һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән грант ярҙамы менән ойошторлдо. Унда республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан 25 этнографик һәм вокаль коллективтар ҡатнашты. Район данын Сәриә Мағазова етәкселегендә “Табын” фольклор ансамбле яҡланы.
Һәр милли коллектив сәхнәлә үҙҙәренең ғөрөф-ғәттәрен, йолаларын, аш-һыуҙарын сағылдырған туй байрамын тәҡдим итте. дөйөм һөҙөмтәләр буйынса яҡташыбыҙ II дәрәжәле дипломға лайыҡ булды.
Альберт Рәхимов.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"