Инйәр
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
24 Сентябрь 2019, 10:57

Ихатаны төҙөкләндереү йәһәтенән

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хабиров районыбыҙға эш сәфәрендә Ворошилов урамындағы 113/1 һәм 113/1б күп фатирлы йорттарҙы ҡарағандан һуң, уларҙың әйләнә-тирәһендәге территорияны төҙөкләндереү планын эшләргә ҡушты. Ошо бурысты үтәү йәһәтенән 2020 йылда был территорияны “Башҡорт ихаталары” программаһына индереү мәсьәләһе буйынса үткән аҙнала был йорттарҙа йәшәүселәр менән осрашыу үтте.
Уларға төҙөкләндереү проекты тәҡдим ителде. Әңгәмә йәнле барҙы. Йорттарҙа йәшәүселәрҙең проектҡа төҙәтмәләр индереү буйынса фекерҙәре иҫәпкә алынды.
Был мәсьәлә төбәк етәксеһенең ныҡлы иғтибарында
Уҙған аҙнала “Янғындарҙа кешеләр һәләк булыу сәбәптәренә анализ яһау һәм уларҙы иҫкәртеү буйынса өҫтәмә саралар индереү” темаһы аҫтында селектр кәңәшмәһе уҙҙы. Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү республикала көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Был һорауҙы төбәк етәксеһе ныҡлы контролгә алған. Радий Фәрит улының ҡушыуы буйынса, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР Дәүләт комитеты тарафынан граждандарҙың айырым категорияларын янғын тураһында хәбәр биреү ҡоролмалары менән тәьмин итеү, янғын һүндереү деполары төҙөү, республикала янғынға ҡаршы яңы бүлектәр булдырыу, махсус техникалар алыу буйынса эштәр башҡарылды.
Бынан тыш, янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте булдырылды. Шул уҡ мәлдә, ҡайһы бер муниципалитеттарҙа кешеләрҙең һәләк булыу осрағы артты. Ҡалтасы, Ейәнсура, Стәрлебаш, Краснокама һәм Дәүләкән райондарында бигерәк тә хәл ҡатмарлы.
Кәңәшмәлә быйыл янғындар һәм уларҙың эҙемтәләрен иҫәпкә алыу тәртибе үҙгәреүе хаҡында әйтелде. Кешеләрҙең һәләк булыу сәбәптәренә анализ яһалды, уларҙы кәметеү йәһәтенән өҫтәлмә ойоштороу-техник һәм мәғлүмәт – иҫкәртеү саралары эшкәртелде.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: