Граждандар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Бигерәк тә халыҡта ауыл ситендәге карьер соҡоро ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Ямғыр һыуҙары йыйылып, балалар өсөн хәүеф менән янай ул. Шулай уҡ йорт хайуандары ла ҡазаға тарыуы ихтимал. Проблемалар байтаҡ: терапевт ҡабул итеүен ойоштороу, физиотерапия кабинетын булдырыу, тыуған яҡты өйрәнеү музейының матди–техник базаһын нығытыу, малды көтөү, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында мал башын арттырыу, стационар телефон бәйләнешен урынлаштырыу. Илшат Нәжметдин улы мәсьәләләрҙе иғтибар менән тыңланы һәм контролгә алды.