Инйәр
+27 °С
Облачно
Район яңылыҡтары
24 Апреля 2019, 12:52
Хеҙмәтте һаҡлау айлығы
БР Хөкүмәте ҡарарына ярашлы ағымдағы йылдың апрелендә район территорияһында хеҙмәтте һаҡлау айлығы үтә. Сараның бурыстары — хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары булдырыуҙа эш биреүселәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, хеҙмәтте һаҡлау идаралығының бөтә кимәлдәрендә үҙ ара эшмәкәрлекте яҡшыртыу, хеҙмәтте һаҡлау һәм шарттарҙы камиллаштырыу буйынса ыңғай эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу һәм мәғлүмәт биреү. Айлыҡ барышында шәхси милеккә ҡараған бөтә төр ойошмалар етәкселәренә һәр бүлектә тикшереүҙәрҙе әүҙемләштереү, хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге ҡануниәт талаптары тураһында эшселәргә аңлатыу, хәүефһеҙлекте киң йәйелдереү, етештереүсәнлек мәҙәниәтен күтәреү йәһәтенән семинарҙар, конкурстар һәм башҡа саралар үткәреү мөһим.
Айлыҡ сиктәрендә, шулай уҡ хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, транспорт сараларын ҡулланыу һәм янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү буйынса Координацион совет ултырышы уҙғарыла.
Екатерина Павлова,
үҙәк район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең әйҙәүсе белгесе.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур