Инйәр
+24 °С
Облачно
Район яңылыҡтары
4 Апреля 2019, 13:51

Техникаға айырым иғтибар

Райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында техник күҙәтеү дауам итә. Сираттағыһы Ырныҡшы ауыл биләмәһендә уҙҙы. Сарала дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының баш инженер-инспекторы Сергей Палтусов менән мәғлүмәт-консультация үҙәгенең инженер-консультанты Фидус Ғилманов ҡатнашты.
Артур Хәниф улы етәкләгән хужалыҡта ете техника күҙәтеү үтте. Тикшереү мәлендә тракторсы-машинистарҙың транспорт менән идара итеү танытмаһы, үҙйөрөшлө машиналарҙың тейешле документтары, техник күҙәтеү мәлендә төтөн һәм люфттың үлсәү талаптары ҡаралды.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас