Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
3 Апрель 2019, 14:45

Йәнле әңгәмә

Өфөлә “БР Йәш депутаттар ассоциацияһы” тарафынан ойошторолған кәңәшмәгә йәш депутаттар һәм республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған табиптар БР Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин менән осрашыу үткәрҙе. Сарала үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ә.Әҙиәтова, табип-хирург Ю.Мәзитов, анестизиолог-реаниматолог М.Аҫылғужина ҡатнашты.
Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү барышында йәштәр Максим Васильевичҡа медицина өлкәһе буйынса төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Улар араһында “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” дәүләт программаларының эшмәкәрлеге, медицина хеҙмәткәрҙәрен юридик яҡтан яҡлау, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү кеүек мәсьәләләр күтәрелде.
Проектың булһа – алға!
Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәштәр өсөн проекттар етәкселәренең форум-семинары уҙҙы. Сарала “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы директоры Т.Пискунова, педагог-ойоштороусы В.Романова, педагог-психолог А.Андриянова һәм Тирәкле ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Г.Фәйрүзова ҡатнашты.
Кәңәшмәлә “Проект төҙөү”, “Медиа киңлектә проектты үҫтереү”, “Проектты бюджетлау”, “Проектты уңышлы презентациялау” буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ
Йәштәр араһында ВИЧ-инфекцияһын, шулай уҡ наркомания һәм алкоголизмды профилактикалау эшмәкәрлеге буйынса Өфөлә республика семинары уҙҙы. Сарала райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе А.Тиунова, “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы директоры Т.Пискунова ҡатнашты.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: