Инйәр
+24 °С
Облачно
Район яңылыҡтары
15 Марта 2019, 08:29

Юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк

Район мәҙәниәт йортонда янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса күнекмә үтте. Сараның төп маҡсаты – хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү, фажиғә сыҡҡан осраҡта халыҡты эвакуациялау, шулай уҡ урындағы янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген камиллаштырыу.
Иртәнге сәғәт 10-да тамаша залында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Бинала сигнал ҡоролмаһы эшләй башлай. Кәрәкле урынға шылтыратып, граждандар бер-бер артлы эвакуациялау юлдарына ашыға. Тиҙ арала 63-сө янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре килеп, “ҡыҙыл әтәс”те ауыҙлыҡлап, зыян күреүселәрҙе ҡотҡарыу эштәрен дә башҡарҙы.
Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса үткәрелгән күнекмә ойошҡанлы үтте.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас