Инйәр
-2 °С
Ясно
Район яңылыҡтары
15 Марта 2019, 08:44
Ташҡынға әҙербеҙ
Добавить в предпочтительные источники Google
Йыл һайын район үҙәгендә ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек маҡсатында көтөлмәгән хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөү әҙерлеге асыҡлана. Был юлы ла район хакимиәте алдындағы майҙанда ташҡын осорона техника торошон тикшереү смотры үтте. Яҙҙың тәүге көндәре, ҡышҡы айҙарға ҡарағанда ла ҡарлы булды. Әммә һауа температураһы яйлап ҡына, күтәрелә башланы. Тимәк, оҙаҡламай ҡар иреп, һыу кимәле күтәрелеүе ихтимал.
Сарала 63-сө янғын һүндереү часы, полиция, юл-коммуналь хужалыҡ, газ, медицина һәм башҡа хеҙмәттәр ҡатнашты. Уларҙың әҙерлеген район хакимиәте башлығы Александр Комзалов, уның урынбаҫары Фәрит Ғәйнетдинов һәм райондың граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса белгесе Александр Антипин тикшерҙе. Александр Анатольевич сарала ҡатнашыусыларҙан махсус техника, йөҙөү ҡорамалдары, бәйләнеш саралары, электрҙың өҫтәмә сығанаҡтары, һыу үткәрмәй торған экипировка, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн йыйылмалар, аҙыҡ-түлек запасы менән ҡыҙыҡһынды.
Һауа шарттарының көйһөҙлөгөнә ҡарамаҫтан, бөтә хеҙмәттәр ҙә ташҡынға тулыһынса әҙер булырға тейеш. Ошо йәһәттән һәр ойошмаға тейешле бурыстар ҡуйылды.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"