Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
14 Февраль 2019, 11:47

Яңы маҡсаттар билдәләнде

Ошо көндәрҙә Орловка ауылында граждандар йыйылышы уҙҙы. Сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ф.Ғәйнетдинов, район Советы секретары Ф.Йортомбаев, район хакимиәте идарасыһы А.Бочкарева, мәғариф бүлеге начальнигы А.Матвеев, ветеринария станцияһы начальнигы В.Хажиәхмәтов, үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары А.Вязовцева һәм участка уполномоченныйы А.Фәйрүзов ҡатнашты. Халыҡ йылда ауыл советының уҙған йылдағы эшмәкәрлеге, биләмәлә криминоген хәл-торош һәм ветеринария хеҙмәттәре буйынса мәғлүмәт менән танышты.
Орловка ауыл биләмәһе 5360 гектар майҙанды биләй.
Ауыл биләмәһендә бөтәһе 454 кеше теркәлгән, шул иҫәптән:
2018 йылда Орловка ауыл биләмәһендә йыйылған һалым күләме: физик шәхестәрҙең килеменән – 5,6 мең һум, физик шәхестәрҙең мөлкәтенән – 24,7 мең һум, ер һалымы – 128,2 мең һум, ойошмаларҙың ер һалымы – 78,8 мең һум, дәүләт пошлинаһы – 0,9 мең һум. Шулай ҙа граждандар ағымдағы йылдың 1 ғинуарына ҡарата (үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда) 153,4 мең һумға күберәк бурыс йыйған:
Үткән йылда юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға, сүп-сар урындарын, юл ситен төҙөкләндереүгә – 139851 һум, төнгө ваҡытта урам буйҙарын яҡтыртыуға – 114554 һум, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн – 47910 һум, юл билдәләрен һатып алыуға – 17340 һум, ауылдарҙа соҡор-саҡырҙарҙы ремонтлауға – 118200 һум, ҡоролмалар һәм ОС һатып алыуға – 65145 һум һәм башҡа һорауҙар буйынса (“Горизонт” тарафынан территориаль план эшләүгә) 47 000 һум аҡса сарыф ителә.
Һөйләшеү барышында быйыл ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәрен атҡарыу, төнгө ваҡытта урам буйҙарын яҡтыртыу мәсьәләһен хәл итеү, сүп-сар урындарын бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү мәсьәләләрен хәл итеү бурыс итеп ҡуйылды.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: