Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
29 Ғинуар 2019, 11:25

Һәр эште ваҡытында тамамлау мөһим

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, район прокуроры урынбаҫары И.Р.Аллағузин һәм Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры Г.З.Закирова ҡатнашты.
Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Ю.Палтусов үткән аҙнала торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендәге хәл-торош, күп фатирлы йорттарға инеү урынын төҙөкләндереү хаҡында бәйән итте. БР Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ф. Ғүмәров ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында сығыш яһаны. Улар белдереүенсә, 21 ғинуарҙан 28-енә тиклем республикала 85 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, унда һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлә, 104 граждан төрлө тән йәрәхәттәре ала. Төбәктә ошо арала 123 янғын сығыу осрағы теркәлә, унда 8 кеше һәләк була. Һуңынан БР Финанстар министры вазифаһын башҡарыусы Л.З.Иғтисамова 2018 йылда БР-ҙың бюджет үтәләше хаҡында мәғлүмәт еткерҙе.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: