Инйәр
+16 °С
Облачно
Район яңылыҡтары
23 Января 2019, 09:13
Йылға яры нығыясаҡ
Инйәр йылғаһының нығытылырға тейешле яр участкаһы Оҙондар ауылының көньяғынан башлана һәм көньяҡ-көнсығышына ҡарай уң яры буйлап 1,8 километрға һуҙыла, зыярат эргәһенән үтә. Айырыуса ташҡын осоронда йылға яр буйҙарын йыуып ауылға яҡынлаша, халыҡҡа хәүеф тыуҙыра. Ошо етешһеҙлектәрҙе хәл итеү маҡсатында йылға үҙәнен үҙгәртеү, ярҙы нығытыу, дамбалар төҙөү күҙаллана. Был хаҡта райондың төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм муниципаль һатып алыуҙар бүлеге начальнигы Семен Дунаев түбәндәге мәғлүмәтте еткерҙе.
– Инйәр йылғаһының үҙәнен төҙәйтеү һәм уның ярҙарын нығытыу эштәренә 38 миллион һум аҡса сарыф ителәсәк. Күгәрсен районынан “ГарантСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт объектты сафҡа индереү эштәрен башҡара. 14 ғинуарға ҡарата дөйөм эштәрҙең 30 проценты тамамланды ла инде. Әлеге мәлдә унда бер бульдозер, ун йөк машинаһы, алты экскаватор һәм бөтәһе 22 эшсе төҙөкләндереү менән шөғөлләнә,-тине Семен Владимирович.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"