2018 йылда район үҙәгендә “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” проекты сиктәрендә өс күп фатирлы йортта төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Ағымдағы йылда ла тағы ла өс күп фатирлы йорт ошо проектҡа ҡатнашасаҡ. 2020 йылда халыҡҡа ҡайҙа, ниндәй төҙөкләндереү эштәре башҡарыласағы хаҡында мәғлүмәт еткереү маҡсатында райондың төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм муниципаль һатып алыуҙар бүлеге начальнигы С.В.Дунаев Архангел ауылының Ленин урамы 2-се һәм 4-се күп фатирлы йорттарында йәшәүсе граждандар менән осрашыу үткәрҙе.
Семен Владимирович халыҡты “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” проекты менән танышырғандан һуң, 2020 йылда ошо йорттар алдында комплекслы төҙөкләндереү эштәре башҡарыласағы хаҡында бәйән итте. Атап әйткәндә, асфальт түшәү, автомобилдәр өсөн парковканы яңыртыу, төнгө ваҡытта урамды яҡтыртыу мәсьәләһен хәл итеү, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөү, йәшелләндереү, мәғлүмәт стендын йыһазландырыу, ял итеү урындарын һәм контейнер майҙансыҡтарын булдырыу кеүек мәсьәләләр ҡаралды.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров:
– Халыҡ өсөн уңайлы ҡала мөхитен булдырыу иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Уға етди иғтибар бүленәсәк. Баланың һаулығына зыян килтерерҙәй ҡорамалды заманса хәүефһеҙлек нормаларына һәм талаптарына ярашлы яңыһына алмаштырыу зарур.