Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
23 Ғинуар 2019, 14:12

Тәртип булдырыу мөһим

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә үткәрелгән кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Александр Комзалов, уның урынбаҫарҙары, прокурор Илдар Ғилманов, райондың граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе А.И.Антипин һәм райондың ветеринария станцияһы начальнигы В.С. Хажиәхмәтов ҡатнашты.
БР Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Михаил Киреев республикала Яңы йыл байрамдары мәлендә торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендәге хәл-торош менән таныштырҙы. Артабан БР Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, 29 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем республикала 74 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, унда туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлә, 106 граждан төрлө тән йәрәхәттәре ала. Ә 9 ғинуарҙан 14-енә тиклем төбәктә 45 юл-транспорт ваҡиғаһында шулай уҡ туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлә, 70 граждан төрлө тән йәрәхәттәре ала. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров төбәктә ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында бәйән итте. Төбәктә ошо орала 223 янғын сығыу осрағы теркәлә, унда 16 кеше һәләк була.
Кәңәшмә республикала эпизоотик хәл, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм һанлы телевидениеға күсеү кеүек мәсьәләләр хәл ителде.
Альберт Рәхимов.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров:
– Һанлы тапшырыуҙарға күсеү – ыңғай реформа. Тик беҙ был турала һөйләмәйбеҙ. Реформаның мәғәнәһен һәм йөкмәткеһен кешегә аңлатырға, буласаҡ сифатты күрһәтергә кәрәк. Шартлы алғанда, былай тиергә кәрәк: “Инәй, элек тегеләй ине, хәҙер былай буласаҡ. Шунса канал күрһәтәсәк”.
– Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә эш тәртиптә көйләнгән булырға тейеш.
– Социаль-иҡтисади хәлгә, халҡыбыҙҙың йәшәү шарттарына бәйле был һандарҙы аныҡ әйткәйнем инде – 70 һәм 35 һум. Мине ишетегеҙ, бүтән һандарҙы ҡабул итмәйем.
Читайте нас: