“Башҡортостан Республикаһының 100 йылллығына — 100 объект” проекты сиктәрендә Айытмәмбәт ауылында мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Ошо хаҡта райондың төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм муниципаль һатып алыуҙар бүлеге начальнигы С.В.Дунаев түбәндәге мәғлүмәтте еткерҙе.
– Белем һәм тәрбиә биреү учреждениеһын сафҡа индереүгә 99 миллион һум аҡса сарыф ителәсәк. Дөйөм эштәр 2018 йылдың июлендә башланды. Улар планға ярашлы бара. Ағымдағы йылдың ғинуарында стена һалыу тамамланасаҡ. 9 ғинуарға ҡарата объектты төҙөүҙә 22 хеҙмәткәр үҙ бурысын үтәй. 15 февралгә тиклем ҡыйыҡты, блоклы ҡаҙанлыҡты урынлаштырыу, шулай уҡ электр һәм сантехник ҡоролмаларын йыһазландырыу өсөн йылылыҡ биреү күҙаллана. Ҡыш осоронда – бөтә эске, ә көндәр йылытыу менән мәктәптең тирә-яғын төҙөкләндереү, биҙәкләү эштәрен тамамлау бурысы ҡуйылды. Тимәк, яңы уҡыу йылын балалар яңы бинала ҡаршы алыр тигән өмөттәбеҙ,- тине Семен Владимирович.