Инйәр
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
23 Ғинуар 2019, 14:25

Килешеүҙәр төҙөү мөһим

2019 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы системаһы ғәмәлгә инде. Торлаҡ йорттар хужалары, юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар уны йыйыу буйынса хеҙмәттәргә килешеү төҙөргә тейеш. Ул РФ Хөкүмәте тарафынан раҫланған махсус ҡағиҙәләргә ярашлы башҡарыла. Килешеүҙәрҙе төҙөү формаһы һәм тәртибе әлеге мәлдә республика территорияһын хеҙмәтләндереүсе төбәк операторҙарының рәсми сайтында урынлаштырылған. Схемаға ярашлы, республикабыҙ дүрт төбәк операторы эшмәкәрлеге зонаһына бүленгән. Мәҫәлән, Архангел районы “Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ” унитар предриятиеһы (телефоны 8(800)347-80-03, http://sahufa.ru/) ҡарамағында иҫәпләнә.
Төбәк операторҙары ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүгә ҡағылышлы барлыҡ процесты көйләйәсәк, ә халыҡ билдәләнгән тарифтарға ярашлы, күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн түләйәсәк. Сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарыуҙың яңы системаһына күсеүгә бәйле бөтә һорауҙар менән БР Экология министрлығына (8(347) 218-03-90) шылтыратырға мөмкин.
Читайте нас: