Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
23 Ғинуар 2019, 14:19

Һаулыҡты нығытып, Дуҫлыҡты көсәйтеп…

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторолған “Һаулыҡ” спартакиадаһында ойошторлдо уҡытыусылар, шулай уҡ ошо өлкәлә эшләүсе хеҙмәткәрҙәр волейбол, шахмат, саңғы һәм өҫтәл теннисы буйынса көс һынашты.
Бәйгелә 14 мәғариф учреждениеһынан 100-ҙән ашыу спортсы булды. Сараның төп маҡсаты: педагогтар араһында спортҡа ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү, уларҙы физик күнегеүҙәр менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау. Ярыш дүрт майҙансыҡта үтте. Район үҙәгенең “Юбилей” стадионында – саңғы, “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә – волейбол, өҫтәл теннисы (ир-егеттәр), 1-се һәм 2-се Архангел мәктәптәрендә волейбол, шахмат һәм өҫтәл теннисы (ҡатын-ҡыҙҙар) ойошторолдо. Волейболсылар араһында Максим Горький йыйылма командаһы һәр уйында уңышлы сығыш яһап – беренсе, мәғариф бүлеге – икенсе, Валентиновка мәктәбе өсөнсө урынға сыҡты.
Сыҙамлыҡ һәм сослоҡ талап иткән өҫтәл теннисы ярышында ла көсөргәнешле уйындар үтте. Һәр мәктәп коллективынан ошо спорт төрөнән берәр хеҙмәткәр сығыш яһаны. Ир-егеттәр араһында Баҡалдынан А.Б.Мәзитов беренселекте ҡулынан ысҡындырманы, мәғариф бүлегенән А.Й.Рәхимов – икенсегә, Абҙандан Р.Н.Абдрахманов, Благовещенканан Ә.М.Хисмәтуллин һәм Ырныҡшынан А.Й.Рәхимов өсөнсөгә сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Ф.М.Гойда (Благовещенка) уңышлы сығыш яһап, тәүге баҫҡысҡа күтәрелде, З.Г.Әбхәлимова (Оҙондар) – икенсе һәм Л.И.Абдрахманова (2-се Архангел) өсөнсө урындарға лайыҡ булды.
Шахмат буйынса беренсе таҡтала мәғариф бүлегенән А.Й.Рәхимов – 1-се, А.Б. Мәзитов (Баҡалды) – 2-се, Р.И.Мостафин (Тәүәкәс) 3-сө урынға сыҡһа, икенсе таҡтала Р.Х.Мәзитов (Максим Горький) беренсе урынды яуланы, икенселә – Ғ.Х.Дәүләтбаев (Баҡалды), өсөнсөлә – С.Г.Шәрәфетдинов (2-се Архангел). Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла уйындар ҡыҙыу үтте. Благовещенканан Ф.М.Гойда иң күп мәрәй йыйып тәүге урынға лайыҡ булһа, М.З.Мөхәмәтйәнова – II, Э.С.Әбхәлимова (Айытмамбәт) – III.
40 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында Г.Т.Ҡадымова (Благовещенка), Д.Ғ.Асҡарова (Максим Горький), А.М.Иҫәнбаева (Ҡыҫынды), Л.М.Лоғаманова (Абҙан) һәм Д.Ф.Яҡупова (Тәүәкәс), ә ир-егеттәрҙән Р.Р.Сәйфуллин (Тирәкле), А.Х.Әлимғолов (Абҙан), М.М.Ҡадымов (Благовещенка) һәм Н.З.Бәширов (Максим Горький) финиш һыҙығына тәүгеләрҙән килде. 40 йәштән олораҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙан Э.М.Ҡужәхмәтоваға (Абҙан), Л.Р.Юламановаға (мәғариф бүлеге) һәм З.М.Сынтимероваға (Ырныҡшы) тиңдәр табылманы. Ошо уҡ йәш категорияһында ир-егеттәрҙән иң етеҙе мәғариф бүлегенән С.Ю.Колоярцев булһа, икенселә – С.Н.Голубев (Максим Горький), өсөнсөлә – А.Б.Солтанов (Ҡыҫынды).
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса мәғариф бүлеге йыйылма командаһы иң күп мәрәй йыйып – “алтын”, Максим Горький – “көмөш” һәм Благовещенка “бронза” миҙалға лайыҡ булды.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: