Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
23 Ғинуар 2019, 14:17

“Атайҙар патруле” әҙер!

“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә “Атайҙар патруле. Беҙ ГТО-ға әҙер” Бөтә Рәсәй акцияһының район этабында биш ғаилә ҡатнашты. Улар Архангел, Орловка, Ҡыҙыл Еҙем, Максим Горький һәм Оҙондар ауылдары йыйылма командалары “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” спорт-һауыҡтырыу комплексының нормативтарын тапшырҙы.
Сарала ҡатнашыусыларҙы райондың Атайҙар советы рәйесе Ф.Ф.Йортомбаев, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Г.Ғ.Имаева, балалар хоҡуғы буйынса уполномоченныйҙың йәмәғәт ярҙамсыһы Ф.Ф.Хәсәнова, райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе А.В.Тиунова сәләмләп һәр бер спортсының уңышлы сығыш теләне. Бер рәттән ГТО нормаларын үтәүҙә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән Илдар Әхмәтйәновты, Михаил Цирульды, Эдуард Камалетдиновты – “алтын”, Лилиә Сәйғафарованы һәм Лариса Бердникованы “көмөш” билдә менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Артабан бәйгелә ҡатнашыусылар, йәш категорияларына ярашлы, физик күнекмәләр үтәне. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Үҫәрғоловтар (Арх-Латыш ауыл биләмәһе) – беренсе, Исламғоловтар (Орловка) – икенсе һәм Рудзиттар (Архангел) өсөнсө урынға сыҡты. Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сарала шулай уҡ “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” исемле стена гәзите конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Унда иһә Рудзиттарҙың, Үҫәрғоловтарҙың һәм Исламғоловтарҙың эше иң яҡшыларҙан табылды.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: