Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
24 Декабрь 2018, 18:34

Оҙондарҙа эштәр ҡайнай

Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Александр Комзалов, уның урынбаҫары Фәрит Ғәйнетдинов эш сәфәре менән Оҙондар ауыл биләмәһендә булды.
Тәү сиратта, Александр Анатольевич Инйәр йылғаһының үҙәнен төҙәйтеү һәм уның ярҙарын нығытыу эштәре менән танышты. Сарала БР Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары В.А.Тюр, “Водострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры А.В.Макаров ҡатнашты. Һөйләшеү барышында проектты тормошҡа ашырыу буйынса башҡарыласаҡ маҡсаттар хаҡында мәсьәләләр хәл ителде. Әлеге мәлдә бөтә эштәр ҙә графикка ярашлы барыуы асыҡланды.
Сәфәр Оҙондар ауылындағы социаль объекттарҙа дауам итте. Ауыл хакимиәте бинаһы, мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб, почта бүлеге, фельдшер-акушер пункты бөтәһе бер урында урынлашҡан. Унда янғын хәүефһеҙлеге, йылылыҡ, яҡтылыҡ, халыҡ өсөн уңайлыҡтар булдырыу һәм Яңы йылға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде. Артабан етәкселәр "Республиканың 100 йыллығына - 100 объект" программаһы сиктәрендә Айытмәмбәт ауылында әле төҙөлөш барған мәктәп һәм балалар баҡсаһы бинаһын ҡараны. Александр Анатольевич мәғариф учреждениеһын киләһе яңы уҡыу йылына сафҡа индереү маҡсатын ҡуйҙы.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: