Күптән түгел Өфөлә “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” спорт-уҡытыу проектының республика семинары уҙҙы. Сарала, райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе А.В.Тиунова” һәм “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры Ә.Й.Йортомбаева ҡатнашты.
– Ике йыл рәттән 2-се Архангел мәктәбендә был проект тормошҡа ашырыла. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Р.Т.Хәбибов белдереүенсә, “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” спорт-уҡытыу проекты “Спорт – ғәҙәти тормош” проектына интеграцияланасаҡ. 2024 йылға тиклем физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәрҙең һаны 55 процентҡа тиклем үҫәсәк, ә быйылға был һан 40 процент тәшкил итергә тейеш. Шулай уҡ Бр Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты А.И.Иванюта хәбәр итеүенсә быйылғы уҡыу йылында проект сиктәрендә тәүге “ҡарлуғастар” сығарыласаҡ. Киләһе йылда Башҡортостанға республика бюджетынан ошо йүнәлештә алты миллион һум аҡса сарыф ителәсәк, - тине Алевтина Тиунова.