Инйәр
+12 °С
Облачно
Район яңылыҡтары
18 Декабря 2018, 09:01
Айырым иғтибар
Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы А.А.Комзалов Ауырғазы “Йылылыҡ селтәре” муниципаль унитар предприятиеһы коллективы менән осрашыу үткәрҙе.
Һөйләшеү барышында Александр Анатольевич райондың социаль-иҡтисади йомғаҡтарын һәм билдәләнгән маҡсаттар буйынса мәғлүмәт еткерҙе. Үҙенең сығышында ул ауыл хужалығы, инвестициялар, Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы, “Аныҡ эштәр”, республиканың 100 йыллығы һәм “100 йыллыҡҡа – 100 объект” проекты сиктәрендә Айытмәмбәт ауылында мәктәп һәм балалар баҡсаһын, модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын, Архангелдә парк һәм башҡа төҙөләсәк объекттар буйынса сығыш яһаны. Шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙы шәхси йылытыу системаһына күсереү, туризмды үҫтереү, юлдарҙы төҙөкләндереү, демография, һаулыҡ һаҡлау, төнгө ваҡытта урам буйҙарын яҡтыртыу мәсьәләләре лә иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалманы.
Артабан хеҙмәткәрҙәр район хакимиәте башлығына үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Граждандар хеҙмәт хаҡын арттырыу, ауылдарҙа газ үткәреү мәсьәләләрен күтәрҙе.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"