Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
7 Декабрь 2018, 12:56

Йөрәктәргә һуҡмаҡ һалынды

Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған “Йөрәккә һуҡмаҡ” хәйриә акцияһы уҙҙы.

Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған “Йөрәккә һуҡмаҡ” хәйриә акцияһы уҙҙы.
Район хакимиәте идарасыһы Алевтина Бочкарева сараға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, сығышында граждандарҙың был категорияларына ҡарата иғтибар, мәрхәмәтлек ошо бер көн менән генә сикләнмәһен ине, тигән теләктә ҡалды. Акцияға райондың социаль һәм мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, шәхси эшҡыуарҙар ҡушылды. Опека һәм попечителлек бүлеге, “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге, “Йәйғор” үҫмерҙәр клубы, йәштәр эше, физик культура һәм спорт буйынса комитет, балалар сәнғәт мәктәбе, бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре сәләмәтлектәре сикләнгән балалар өсөн ҡағыҙҙан оригами, ҡурсалаусы-ҡурсаҡтар, яңы йыл ҡар бөртөктәре яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итте. Бынан тыш ҡомдан, пластилиндан фигуралар әүәләү, башватҡыстар кеүек мауыҡтырғыс күнекмәләр ҙә бәләкәстәрҙе йәлеп итте. Теләүселәргә шахмат турнирында көс һынап ҡарарға, караокеға ҡушылып йырларға, дәртле көйҙәр аҫтында бейергә, күңелле старттарҙа ҡатнашырға мөмкин ине. Ата-әсәләр өсөн Пенсия фонды идаралығы, үҙәк район дауаханаһы белгестәре тарафынан консультация ярҙамдары күрһәтелһә, бәғзеләр бушлай бөҙрәхана хеҙмәттәре менән файҙаланды. Шулай уҡ өҫтәлдәргә теҙелгән һый-ниғмәт менән ҡайнар сәй ҙә урынлы булды. Ябай ғына әйткәндә — яҙмыш ҡушыуы буйынса ҡәҙимге тормоштан һәм әүәлге көнитмештән мәхрүм кешеләрҙең, һәр ваҡыт иғтибарға мохтаж физик мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарҙың йөрәгенә изгелек һуҡмағы һалынды.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: