Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
7 Декабрь 2018, 12:52

Миҙаллы гүзәл заттар

Күп балалы әсәләр һәм ғаиләләр— республикабыҙҙа айырым иғтибар үҙәгендә.

Күп балалы әсәләр һәм ғаиләләр — республикабыҙҙа айырым иғтибар үҙәгендә. 1998 йылда беҙҙә “Әсәлек даны” миҙалы булдырылғайны. Әлеге көндә Башҡортостанда ете меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙҙың ошондай наградаһы бар. Сираттағы сара уҙған йәкшәмбелә билдәләнгән Әсә көнө уңайынан уҙҙы. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе (был юлы улар — 44) “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләне.
“Республикабыҙҙа 50 меңдән ашыу күп балалы әсә бар, дөйөм алғанда, улар 160 меңдән ашыу бала тәрбиәләй. Был һуңғы ваҡытта киҫкен торған демографик мәсьәләне лә хәл итеүсе бик ҙур армия. Хеҙмәтегеҙ, матур балалар тәрбиәләүегеҙ, балаларҙың йылы, изге мөхиттә, һәйбәт кешеләр булып үҫеүе өсөн һеҙгә рәхмәт әйткем килә. Беҙҙә һаулыҡ һаҡлау — тейешле кимәлдә, медицина хеҙмәтләндереүе — сифатлы, мәктәптәр — һәйбәт, уҡытыу — бер сменала, уҡытыусылар яҡшы булһын, балаларығыҙ спорт, мәҙәниәт менән шөғөлләнә алһын өсөн социаль инфраструктураны үҫтереүгә етди иғтибар бүлербеҙ. Тормошоғоҙҙо аҙ ғына булһа ла еңеләйтеү өсөн тырышырбыҙ, тип вәғәҙә бирәм. Беҙ — мин етәксе булараҡ, һәм республика етәкселеге — Башҡортостан иҡтисады һәйбәт эшләһен, ирҙәрегеҙ һәм аҙаҡтан балаларығыҙ лайыҡлы, яҡшы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш тапһын, яҡшы тормош эҙләп ситкә китмәһен, республикабыҙҙың шәп ул һәм ҡыҙҙары бында ҡалһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалырбыҙ,” — тине республика етәксеһе.
Беҙҙең райондан был тантанаға Зарянан Фәймә Монасина (5 бала), Благовещенканан Фәрдиә Байғужина (5 бала), Оҙондарҙан Фәриҙә Хәлилова (6 бала) барҙы.
Бүләкләнеүселәр күп балалы ғаиләләргә республика һәм район күләмендә ҙур ярҙам, даими иғтибар булыуҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Хәйер, донъяға бишәр-алтышар бала бүләк итеү кеүек ҙур яуаплылыҡты иңдәренә алған әсәләр һәм уларҙың ғаиләләре үҙҙәре лә ҡул ҡаушырып ултырмай, тырыш, аҡыллы, сабыйҙарына тейешле тәрбиә һәм белем биреп, ҙур тормош юлына сығарыу маҡсатында алдарына оло бурыстар ҡуйып йәшәй.
Бүләкләү тантанаһында Радий Фәрит улы һәр әсә менән яҡындан аралашты, уларҙың һәр береһен иғтибар менән тыңланы. Әсәләр ҙә ихлас хәстәрлеге өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: