Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
7 Декабрь 2018, 12:22

Хеҙмәттәре алыштырғыһыҙ

Ерҙәхеҙмәт итеү — ауыл эшсәндәренең изге һәм еңел булмаған бурыстарының береһе.Быуаттар буйына илебеҙҙе тик крәҫтиән генә аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп,иҡтисадтың төп нигеҙен тәшкил иткән.

Ауыл хужалығы байрамы барлыҡ фермер хужалыҡтарында, предприятиеларҙа тир түккән игенсе һәм малсыларҙы, ошо тармаҡта эшләгән белгестәрҙе бергә йыйҙы.
Кисәне район хакимиәте башлығы А.А.Комзалов асты. Ауыл эшсәндәрен, саҡырылған ҡунаҡтарҙы мәртәбәле байрам менән тәбрикләгәндән һуң, Александр Анатольевич урындағы ауыл хужалығы торошона, социаль-иҡтисади тормошҡа күҙәтеү яһаны.
— Бөгөн биш ауыл хужалығы предприятиеһы, Ҡырмыҫҡалы районы “Нива” филиалының “Үҙәк” МТС-ы, 65 крәҫтиән-фермер хужалығы, 8 меңдән ашыу шәхси хужалыҡ һәм 3 кооператив райондың төп таянысы булып тора.
Һуңғы ун айға ҡарата, тулайым 1031,8 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелгән. Быйыл 15191 гектар майҙанда иген культуралары, шул иҫәптән 5841 гектарҙа бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселде һәм 9810 тонна иген йыйып алынды, уңыш ҡеүәте гектарына 17 центнер тәшкил итте. Түбәндәге хужалыҡтар быйыл уңыш йыйып алыуҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Бына улар: “Үҙәк” МТС-ы, Юрий Кузнецов, Владимир Еронов, Хәлит Ғәлин.
Ағымдағы көҙ 2476 гектар майҙанда ужым культураһы сәселде һәм 5 мең гектарҙан ашыу ер туңға һөрөлдө.
Малсылыҡ тармағына килгәндә, мал һанын кәметмәү, ит- һөт етештереүҙе тейешле кимәлдә һаҡлап ҡалыу ҡыйынлыҡтар менән бирелә. Хужалыҡтар буйынса дөйөм алғанда, эре мөгөҙлө малдарҙың һаны 11481 баш тәшкил итһә (үткән йыл менән сағыштырғанда 100,5 процент), йылҡы һаны 1822 (100,2 процент), һарыҡ – 13588 (100,1 процент). Һуңғы ун айҙа һөт һауып алыуҙың тулайым күләме 146098 центнер булһа, ит етештереү – 11591 центнер.
Октябрь айынан малдарҙы ҡышлатыу миҙгеле башланды. Малсылар алдында ҡышлатыуҙы етди һәм юғалтыуһыҙ ойоштороу бурысы тора. Быйыл мал аҙығы шартлы бер башҡа 28,8 центнер берәмегендә тура килә. Малсылыҡ — ауыл хужалығы тармағының нигеҙе. Шуға күрә, ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булмаһын, ул һәр ваҡыт табыштың төп сығанағы булып ҡаласаҡ.
Һуңғы алты йыл эсендә районда крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының һаны артҡандан-арта, был ҡыуаныслы хәл. Улар дәүләт тарафынан төрлө матди ярҙам алып, үҙ эштәрен ярайһы уҡ көйләй. Быйыл ғына ауыл эшсәндәренә федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 4788377,47 һумлыҡ ярҙам күрһәтелде. Шулай уҡ хужалыҡтарға 2 преслап йыйыусы, 2 комбайн, 1 сапҡыс, 2 үҙйөрөшлө сапҡыс ҡайтарылды.
Фермерҙарыбыҙ Рәсәй, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө бәйгеләрҙә, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашып тора. “Тамыр-102” һәм “Архангельские варенья” кооперативтары Өфө ҡалаһында ойошторолған “Беҙҙең бренд” фестивалендә үҙҙәре етештергән продукцияларын күрһәтте. Бынан тыш, “Архангельские варенья” кооперативы Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ” фестиваленән бронза миҙал менән ҡайтты.
Ауыл хужалығын артабан да үҫтереү өсөн күберәк инвесторҙарҙы йәлеп итергә кәрәк. Шулай уҡ кооперативтарға берләшеү эшен әүҙемләштереү зарур. Юғары килем килтереүсе культураларҙы үҫтереү, балыҡсылыҡ, ҡошсолоҡ, баҡсасылыҡ кеүек өлкәләрҙә лә үҙебеҙҙе һынап ҡарарға тейешбеҙ,-тип һүҙен йомғаҡланы А.А.Комзалов.
Сараның рәсми өлөшөндә алдынғы ауыл эшсәндәрен ҡотлау дауам итте. Район хакимиәтенең Рәхмәт хаты “Швейкина Г.И.” хужалығында намыҫлы хеҙмәт итеүсе Д.З.Килмөхәмәтоваға һәм А.А.Иманғәлинаға, райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге белгесе Ф.Ф.Ғилмановҡа, умартасы Х.Ә.Багдаловҡа тапшырылды. Район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы менән “Үҙәк” МТС-ы тракторсылары И.В.Лубин, Н.С.Шабалин, КФХ етәкселәре Ю.К.Кузнецов, Р.З.Ниғәмәтйәнов һәм “Архангельские варенья” ойошмаһы директоры А.А.Ғәлина бүләкләнде. Район Советының Маҡтау ҡағыҙы КФХ етәксеһе С.И.Тетеркинға һәм “Үҙәк” МТС-ының тракторсыһы В.И.Хисаметдиновҡа бирелде. БР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙы “Үҙәк” МТС-ы механизаторы М.Х Ғифрановҡа, водитель В.П.Разуваевҡа, КФХ етәкселәре Х.З.Ғәлинға, А.И.Усмановаға һәм Ауырғазы күп профилле колледжды мастеры Б.А.Даниловскийға, ә Рәхмәт хаты ошо уҡ колледждың студенты Д.В.Шутовҡа тапшырылды.
Артабан район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре намыҫлы хеҙмәт батырҙарына байрам концертын тәҡдим итте.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: