Инйәр
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
4 Декабрь 2018, 11:50

Ваҡыт уҙғанын һиҙмәнек тә

Әсә һөйөүе һәм хәстәрлеге беҙҙе ғүмеребеҙҙең тәүге көнөнән башлап йылыта һәм һаҡлай, яҙмыш боролоштарында көс бирә. Күптән түгел ҡәҙерле кешеләребеҙҙең күркәм байрамы — “Әсә көнө” билдәләнде. Ошо уңайҙан Оҙондар мәҙәниәт йортонда ла бай йөкмәткеле концерт ойошторолдо. Сараның башында ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Юламанова гүзәл заттарға ҡотлауҙарын, изге теләктәрен еткерҙе.

Сәхнәнән ағылған дәртле лә, моңло ла көйҙәр (музыкаль биҙәүсе Рифҡәт Ишмырҙин) тамашасыларҙы сихри донъяға әйҙәне. Хәмдиә Хәсәнова, Мәхәмәт Мырҙабаев, Рәсимә Әминева әсәйҙәргә йыр бүләк итһә, мәктәп уҡыусылары Әбхәлиҡова Ангелина һәм Марсель Урманцевтың бейеүҙәре күңелдәрҙе дәртләндерҙе. Айытмәмбәт ауылынан килгән һәүәҫкәрҙәр Маргарита Ҡотлоғәләмова, Әлиә һәм Рәшит Әбхәлимовтарҙың сығышы концертҡа йәм өҫтәне. Программаны Гөлсөм Дәүләтова бик мауыҡтырғыс алып барҙы. Номерҙар менән аралашып барған төрлө уйын, конкурстар ваҡыттың уҙыуын һиҙҙермәне лә. Байрам тамашаһынан кәйефтәре күтәрелгән тамашасылар ихлас рәхмәттәрен белдерҙе.
Маргарита Ҡотлоғәләмова,
йәштәр эше буйынса белгес.
Читайте нас: