Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
28 Ноябрь 2018, 18:53

Һәр һорауға – етди яуап

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлысабашҡарыусы Радий Хәбировҡа төрлө проблемалар менән мөрәжәғәт итеү социальселтәрҙәр аша ла киң популярлыҡ ала башланы.

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа төрлө проблемалар менән мөрәжәғәт итеү социаль селтәрҙәр аша ла киң популярлыҡ ала башланы. Ысынлап та Башҡортостандың ниндәй генә төбәгендә булма, интернетың булһа “Бәйләнештә”, “Инстаграмм” һәм башҡа социаль селтәрҙәр аша төбәк етәксеһенә үҙеңде борсоған һорау биреү мөмкинлеге бар. Беҙҙең райондан да байтаҡ граждандар “үрмәксе ауы” аша Радий Хәбировҡа һорауҙар еткерә. Шуларҙың береһе – Эля Хәсәнова. Ул республика етәкселегенән районға иғтибар йүнәлтеүҙе һорай. “Унда бер нәмә лә юҡ: юлдар ҙа, мәктәптәрҙе лә ябып бөттөләр, сәнәғәт тә, эш тә юҡ. Ә мәктәп ҡоймаһын төҙөкләндереү өсөн ата-әсәләр аҡса йыйҙы. Уҫаҡлыла юлдарҙы насар һалдылар”,- тиелә уның һүҙҙәрендә.
Был яуапҡа Баҡалды ауыл биләмәһе башлығы Урал Шаһиев түбәндәге мәғлүмәтте еткерҙе:
– Баҡалды ауыл биләмәһе халҡы 2018 йылда Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә Баҡалды ауылы мәктәбенең ҡоймаһын төҙөкләндереү проектында ҡатнашты. Программаға ярашлы проектта ҡатнашыу өсөн граждандарҙың софинанслау мөмкинлеге мөһим. Дөйөм йыйылыштан һуң һәр йорттан 500 һум аҡса йыйырға тәҡдим ителде. Халыҡ был мәсьәләне уңышлы хәл итте, бөтәһе 130 000 һум аҡса тупланды. Ҡалған сумманы республика һәм урындағы бюджет, шулай уҡ бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүсе граждандар тулыландырҙы. Хәҙер иһә мәктәп заманса ҡойма менән уратып алынған, уның оҙонлоғо – 770 метр.
Райондың төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм муниципаль һатып алыуҙар бүлеге начальнигы С.В.Дунаев хәбәр итеүенсә, 2018 йылда Уҫаҡлы ауылында соҡор-саҡырҙар төҙөкләндерелде, ә Мәктәп һәм Үҙәк урамдарына ҡырсынташ түшәлде. 2019 йылда Йылға буйы, Урал урамдарына һәм Урман тыҡрығына ҡырсынташ түшәү күҙаллана.
Мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев әйтеүенсә, районда һуңғы өс йылда бер ниндәй мәктәп ликвидацияға эләкмәгән. Әлеге мәлдә Айытмәмбәт ауылында мәктәп төҙөлөшө бара.
Наталья Галанова,
райондың мәғлүмәт-аналитика бүлегенең баш белгесе.
Читайте нас: