Инйәр
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
23 Ноябрь 2018, 18:55

Барыһы өсөн дә әсәйҙәргә бурыслыбыҙ

Йыл һайын республикабыҙҙың гүзәл заттары өсөн“Башҡортостан” дәүләт концерт залында байрам сараһы ойошторола. Башҡортостандыңбаш ҡалаһына был юлы ла республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән бала тәрбиәләүменән бер рәттә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, төрлө өлкәлә намыҫлы хеҙмәтюлы үткән ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды.

Йыл һайын республикабыҙҙың гүзәл заттары өсөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында байрам сараһы ойошторола. Башҡортостандың баш ҡалаһына был юлы ла республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән бала тәрбиәләү менән бер рәттә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, төрлө өлкәлә намыҫлы хеҙмәт юлы үткән ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды. Улар араһында беҙҙең райондан да вәкилдәр булды: Гүзәлиә Имаева — район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, Наталья Баландина — Ырныҡшы мәктәбенең уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары (ике бала), Эльвира Мортазина — Шакировка ауылындағы ҡулланыусылар йәмғиәтенең сауҙа нөктәһе һатыусыһы (өс бала) һәм Айгөл Насирова Абҙан ауыл хакимиәтенең ер белгесе, 5 бала әсәһе.
Айгөл Фәнис ҡыҙы Архангелдәге һөнәрселек училищеһында тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Әммә хеҙмәт юлын башларға тура килмәй, сөнки ҡатын өсөн тәүге урында ғаиләһе, сабыйҙары була. Тормош иптәше Айбулат менән үҙҙәренең 3 улын — Байрас, Рамазан, Байназарҙы һәм тәрбиәгә алған ике баланы — Дауыт менән Светлананы тәрбиәләп – үҫтереүҙе төп бурыстары итеп һанайҙар. Дауыт урындағы колледжда мастерға уҡып сыҡҡандан һуң, әлеге мәлдә атаһы менән эшләй. Кескәй ҡыҙҙары 2-се класта белем ала. Айгөл Насирова һуңғы йылдарҙа ер белгесе вазифаһын башҡара. Шул арала йортона ла ваҡыт таба, хәләле менән мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Ул яҡшы хужабикә лә, хәстәрлекле ҡатын һәм әсә лә.
Гүзәл ханымдарҙы Әсә көнөнә һәм республикала Ғаилә йылына йомғаҡ яһауға арналған тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәбрикләне. «Беҙ барыһы өсөн дә әсәйҙәргә бурыслыбыҙ. Был билдәле хәҡиҡәтте һәр кем яҡшы белә. Әсәйҙәр беҙгә йәшәү, һөйөү, йылылыҡ бүләк итә. Әсә наҙы, тәрән аҡылы, хәстәрлеге һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлана. Йылдар үткән һайын әсә хеҙмәтенең һәм ата-әсә һөйөүенең баһалап бөткөһөҙ икәнлеген тойоу арта ғына, беҙ бөтә күңелебеҙ менән әсәйҙәрҙең иҫән-һау булыуын, оҙаҡ йәшәүен, һәм, бала саҡтағы кеүек, аҡыллы кәңәштәре менән изге эштәргә дәртләндереүен теләйбеҙ”, — тине ул һәм балалар өсөн инфраструктураны үҫтереүгә — мәктәптәр, поликлиникалар, белем усаҡтарын төҙөүгә бәйле мәсьәләләрҙе шәхси контролгә алыуы хаҡында һөйләне. Төбәк башлығы шулай уҡ 2019 йылда Башҡортостан Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең сираттағы съезын ҡабул итәсәген билдәләне. Форум әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау эшендә тәжрибә алмашыу майҙансығы буласаҡ.
Республика етәксеһе 9-сы «Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие» республика конкурсы еңеүселәренә дипломдар тапшырҙы. Быйыл «Лукойл-Уралнефтепродукт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, баш ҡаланың «Молния» ғилми-етештереү предприятиеһы һәм 18-се дауаханаһы үҙ номинацияларында тәүге урындарҙы яуланы. Был ойошмаларҙа ҡатын-ҡыҙҙар һөнәри һәм ғаилә бурыстарын һөҙөмтәле файҙаланһын өсөн уңайлы шарттар булдырылған.
Сара барышында шулай уҡ Башҡортостанда социаль яҡтан иң әүҙем ғаилә асыҡланды, йәғни "Өлгө ал" республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Беренсе урынға Өфөнән Зәйнетдиновтар ғаиләһе лайыҡ булды. Рәсәй президенты янындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова еңеүселәргә автомобиль һатып алыу өсөн сертификат бүләк итте.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: