Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
20 Ноябрь 2018, 13:36

ТӘҠДИМДӘР ИНДЕРЕЛДЕ

Ошо көндәрҙә райондың “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәш гвардия” бүлексәһе “Йәштәр нимә теләй?” исемле түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Сарала “Йәш гвардия” ағзаларынан тыш, райондың социаль-иҡтисади үҫешенә битараф булмағандар әүҙем йәштәр ҡатнашты.

Уның етәксеһе А.В.Тиунова кәңәшмәлә йәштәрҙең ял итеү урындарын асыҡлау, интернет селтәрендә нидәй майҙансыҡтарҙа күберәк ваҡыт уҙғарыу, уларҙың йәмәғәткә, иҡтисадҡа, сәйәсәткә, дәүләткә ыңғай һәм кире ҡараштары тураһында әңгәмә ҡорҙо. Шул уҡ ваҡытта замандаштар үҙҙәрен борсоған һорауҙар күтәреп, йәшәү шарттарын, демографияны үҫтереү, ауылдарҙа төпләнеп ҡалыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: