Инйәр
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
25 Октябрь 2018, 11:11

Ни хәлдәһең ФАП?

Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы А.А.Комзалов, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм муниципаль һатып алыу бүлеге начальнигы С.В.Дунаев, үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы А.Л.Вязовцева һәм Баҡалды ауыл хакимиәте башлығы У.С.Шәһиев Уҫаҡлы, Ҡыҙғы, Родинка, Тирәкле, Баҡалды һәм Баҫыу ауылдарында урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пункттарында булды.

Эш сәфәре мәлендә Александр Анатольевич урындағы “дауаханаларҙың” эшмәкәрлеге, фельдшерҙарҙың хеҙмәте, биналарҙың торошо, йылытыу мәсьәләһе, халыҡтың ихтыяжы, диспансеризация үтеүе һәм граждандарҙың киҙеүгә ҡаршы прививкалар эшләтеү кеүек һорауҙар менән ҡыҙыҡһынды.
Һөйләшеү барышында сарала ҡатнашыусылар тарафынан күпселек ФАП-тарҙың (Уҫаҡлы, Ҡыҙғы, Родинка, Баҫыу ауылдарындағы) бинаһы иҫке булыуы асыҡланды. Ҡайһы берҙәрендә электр сымдарын алмаштырыу, утын һаҡлау урындарын, соландарҙы, ҡоймаларҙы, бәҙрәфте төҙөкләндереү кеүек эштәр башҡарылыуы хаҡында белдерелде.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: