Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
27 Сентябрь 2018, 14:14

Ололар – скандинав йөрөштә

Районда Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү һәм Ололар көнө уңайынан Архангелдә скандинав йөрөш буйынса өлкән йәштәге 50-нән артыҡ кеше старт һыҙығына баҫты. Сараға Архангел, Арх-Латыш, Инйәр, Липовка, Оҙондар, Орловка ауыл биләмәләренән ауыл халҡы, шулай уҡ “Шәфҡәтлелек” интернат-йорто хеҙмәткәрҙәре ҡушылды.

Сәләмәт тормош рәүешен алып барыусыларҙы район хакимиәте идарасыһы Алевтина Бочкарева сәләмләгәс, спортсылар физик күнекмәләргә күсте. Өфө ҡалаһынан саҡырылған “Һинең йөрөш” ойшмаһы етәксеһе Зөһрә Мортазина скандинав йөрөш буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Сарала ҡатнашыусылар скандинав йөрөш буйынса белемдәрен камиллаштырҙы, файҙалы кәңәштәр алды, барыһы ла ойошторолған саранан ҡәнәғәт таралышты.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас в