Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
27 Сентябрь 2018, 14:12

100 йыллыҡҡа – беҙҙең өлөш

БашҡортостанРеспубликаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуҙыңрәсми датаһы 2019 йылдың 23 марты буласаҡ. Ошо мөһим датаны билдәләү тураһындағы указға РәсәйПрезиденты Владимир Путин ҡулҡуйҙы.Юбилей уңайынан “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект”, шулай уҡ 2018 йылда “Башҡортостандың 100 исеме” телевизион проекты, төркийәштәренең «Урал моңо» халыҡ-араконкурсы кеүек мәҙәни саралар тормошҡа ашырылған.

Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуҙың рәсми датаһы 2019 йылдың 23 марты буласаҡ. Ошо мөһим датаны билдәләү тураһындағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Юбилей уңайынан “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект”, шулай уҡ 2018 йылда “Башҡортостандың 100 исеме” телевизион проекты, төрки йәштәренең «Урал моңо» халыҡ-ара конкурсы кеүек мәҙәни саралар тормошҡа ашырылған. Режиссёр Булат Йосопов “Беренсе республика” тарихи-художестволы фильмы өҫтөндә эшен тамамланы. Уның исем туйы 2019 йылдың мартына билдәләнгән. Бер рәрттән алтын һәм көмөш тәңкә аҡсалар, марка, конверт һәм 100 йыллыҡҡа открытка нәшер итеү ҡаралған.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, юбилей йылы бай булырға һәм бөтә йүнәлештәрҙе – республикала, Мәскәүҙә, башҡа төбәктәрҙә таныштырыу саралары, күргәҙмәләрҙе, ғилми-ғәмәли конференцияларҙы үҙ эсенә алырға тейеш.
Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы республиканың 33 районы тураһында видеосюжет әҙерләнә башланы. Ошо көндәрҙә “КиноБИ” киностудияһы районыбыҙҙа видеоролик таҫмаһын төшөрҙө. Тәү сиратта, улар Ҡурғаш ауылы, уның хозур тәбиғәте, Тирәкле ауылында төҙөлгән мәсет, Максим Горькийҙағы латыш халыҡ үҙәге, Ҡыҙыл Еҙем әбейҙәре, “Үҙәк” МТС-ының эшмәкәрлеге, райондағы “Йорт комплекттары”, “Ҡала мөхите” проектының үтәлеше, “Кузьмич” сауҙа үҙәгенең үҫеше, Архангелдәге сиркәү, Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы буйынса Казанка ауылындағы мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү, Валентиновкалағы ике тапҡыр Советтар Союзы геройы И.И. Пстыго, шулай уҡ умартасылыҡ музейы, “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә шөғөлләнеүсе көрәшселәр, “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубындағы З.З.Ҡанбәков исемендәге шахмат түңәрәге, “Юбилей” стадионы, “Әкиәт” балалар баҡсаһындағы музыкаль төркөм һәм “Грант” кафеһы тураһында булды.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: