Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
14 Сентябрь 2018, 11:29

Урман шаулап үҫһен

Йыл һайын сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә урмансылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан файҙаланып, “Архангел урмансылығы” дәүләт автоном учреждениеһы директоры Л.В.Семенчуктан предприятиеның эшмәкәрлеге менән таныштырыуын һораныҡ.

Йыл һайын сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә урмансылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан файҙаланып, “Архангел урмансылығы” дәүләт автоном учреждениеһы директоры Л.В.Семенчуктан предприятиеның эшмәкәрлеге менән таныштырыуын һораныҡ.
– Райондың Баҫыу, Көрт, Архангел, Ләмәз, Эҫем һәм Ҡырмыҫҡалы районындағы өс участкаларға бүленгән “Архангел урмансылығы” ҡарамағындағы ерҙәрҙә урман 211 270 гектарҙы биләй. Коллективта бөтәһе 41 кеше хеҙмәт итә,- тине Леонид Викторович. – Беҙ урындағы халыҡты һәм ағас эшкәртеүселәрҙе ағас менән тәьмин итеүсе предприятие. Төп эшебеҙ – урман байлығын һаҡлау, тергеҙеү, файҙаланыу, янғындан ҡурсалау, уның потенциалын нығытыу, урман хужалығының һөҙөмтәлелеген күтәреү, рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау. Урман янғынын булдырмаҫ өсөн хәүефһеҙлек буйынса саралар даими күрелә: 580 километрҙа минераллаштырылған һыҙаттар һалынды һәм тәртипкә килтерелде. Урмансылыҡта уңған, берҙәм коллектив эшләй: участка начальнигы У.А.Морсалов, урман мастеры В.А. Монасипов, Эҫем участкаһы урмансылығы лесничийҙары И.Ш. Йыһаншин менән Ф.Р.Ҡужәхмәтов, тракторсы Ю.Н.Александров урманды һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индерә.
“Архангел урмансылығы” хеҙмәтсәндәре ҡырҡылған урманды тергеҙеү буйынса даими саралар үткәреп тора. Быйыл улар 80 гектар майҙанда ағас ултыртып, киләһе яҙға йәш үҫенте сәсеү маҡсатында 30гектарҙа һөрөнтө ер әҙерләгән. Ырныҡшы ауылы эргәһендәге питомникта миллионға яҡын ҡарағай һәм шыршы орлоҡтары һибелгән. 2018 йылда мәғариф учреждениеларына 1 мең кубометр утын, “Кроношпан” заводына 1,5 мең кубометр ағас бүлеп бирелгән.
Урман – иң ҡиммәтле байлығыбыҙҙың береһе. Уны планетабыҙҙың үпкәһе тип атарға ла була, сөнки кислородтың 60 проценты самаһын урман, ағастар, йәшеллек бүлеп сығара. Белеүебеҙсә, урманды тергеҙеү – оҙайлы һәм ауыр процесс. Шуға ла “йәшел ҡалҡан”ды һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ һәм үҫтерәйек.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: