Инйәр
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
12 Сентябрь 2018, 18:05

Техникаң төҙөкмө?

Районда 10 сентябрҙән 28-нә тиклем “Тағылма” профилактик операцияһы уҙғарыла. Декада мәлендә дәүләт техник күҙәтеү инспекторҙары үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын эксплуатациялау ваҡытында техник торошон, тракторсыларҙың махсус техника йөрөтөү таныҡлыҡтарын барлығына иғтибар йүнәлтәсәк.
Районда бөтәһе 564 үҙйөрөшлө машина (тракторҙар, комбайндар, ҡаргиҙәрҙәр һәм башҡа махсус техника) һәм уларҙың 202 тағылмалы ҡоролмалары иҫәпләнә. Ошо көндәрҙә райондың дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының баш инженер-инспекторы С.А.Палтусов Абҙан, Липовка, Ҡыҙыл Еҙем, Орловка һәм Арх-Латыш ауыл биләмәләрендә профилактик саралар ойошторҙо. Тикшереү барышында Сергей Александрович тейешле документтарҙы, техниканың идентификацион номерын һәм техник торошон тикшерҙе. Ул шулай уҡ халыҡтың именлеген, мөлкәттең һаҡланышын тәьмин итеү, водителдәр араһында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү буйынса аңлатыу эштәре лә алып барҙы. Һөҙөмтәлә ауыл биләмәләрендә граждандарҙың ҡағиҙә боҙоу осраҡтары теркәлмәне. “Прицеп” операцияһы Архангел, Оҙондар, Ырныҡшы, Баҡалды, Валентиновка, Краснокуртовка, Тәүәкәс ауылдары биләмәләрендә лә дауам итәсәк.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: