Инйәр
+22 °С
Дождь
Район яңылыҡтары
6 Августа 2018, 11:56
Көр кәйеф менән
Район ауыл хужалыҡтары араһынан “Үҙәк” МТС-ы хеҙмәткәрҙәре иген культураларын урып-йыйыуға тәүгеләрҙән булып төштө. Аграрийҙар аяҙ көндәрторғанда бар үҫтерелгәнде ваҡытында һәм мөмкин тиклем юғалтыуһыҙ йыйып алырғакүҙаллай.
Район ауыл хужалыҡтары араһынан “Үҙәк” МТС-ы хеҙмәткәрҙәре иген культураларын урып-йыйыуға тәүгеләрҙән булып төштө. Аграрийҙар аяҙ көндәр торғанда бар үҫтерелгәнде ваҡытында һәм мөмкин тиклем юғалтыуһыҙ йыйып алырға күҙаллай. Хужалыҡтың агрономы Азамат Әхмәҙиев кампанияның тәүге көнө урырға төшкән техникаларҙың әҙерлеген тикшереп, көйләүҙәре хаҡында һөйләне. Фәйзи Нурғәлиев “Джон Дир” комбайнында беренсе бураҙналарҙы һалды. Бөгөнгө көн Березовка эргәһендәге 266 гектар ужым бойҙайын урыу башҡарыла. Механизаторҙар Фәрит Рафиҡов, Венер Абдуллин, Михаил Комзалов, Виктор Антипин һәм башҡалар көр кәйеф менән баҫыуҙарҙы иңләй. Тәүге көндәрҙә 20 гектарҙан артыҡ урылһа, техникалар яйға һалынғандан һуң тәүлегенә 100 гектарҙан күберәк ҡаралған. Хужалыҡтың Кузнецовка ужым арышы баҫыуында ла эш ҡайнай.
Мәғлүмәт-консультация үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, хужалыҡ 651 га ужым арышын һәм 1052 га ужым бойҙайын йыйып алырға тейеш.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"