Инйәр
+25 °С
Ясно
Район яңылыҡтары
16 Июля 2018, 12:58
“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!”
1 июлдән төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм “Ғаилә” республика ресурс үҙәге тарафынан ойошторолған "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” хәйриә акцияһы башланды.
1 июлдән төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм “Ғаилә” республика ресурс үҙәге тарафынан ойошторолған
"Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” хәйриә акцияһы башланды. Уның маҡсаты – ауыр хәлгә тарыған балалар (аҙ тәьмин ителгән күп балалы һәм тулы булмаған ғаилә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, ата-әсәләре ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар) өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтарын йыйыу. 31 авгусҡа тиклем дауам иткән мәрхәмәтлек акцияһында райондаштарыбыҙ ҙа ҡатнаша ала. Канцелярия тауарҙары, дәфтәрҙәр, балалар ижады һәм һүрәт төшөрөү дәрестәре өсөн әйберҙәр яңы килеш ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт яңы йәки яҡшы торошта тотонолған булыуы мөмкин.
Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнеүҙә ярҙам йөҙөнән акцияла ҡатнашырға, әйберләтә йәки аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәрҙе Архангел ауылы, Совет урамы, 40-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан “Ғаилә” ресурс үҙәге бүлегендә көтөп ҡалабыҙ.
Гөлназ Яхина, “Ғаилә” республика ресурс үҙәгенең район бүлеге етәксеһе.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"