Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
26 Июнь 2018, 17:44

Ырыбыуыҙ менән ғорур

Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылы янында табын ырыуы йәштәренең "Табын-фест" фестивале үтте. Икенсе тапҡыр үткәрелгән сара, республиканың 100 йыллығы һәм Ғаилә йылына арналды. Сараның маҡсаты, Табын йәштәрен берләштереү, быуын-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, ырыу тарихы менән танышыу, халҡыбыҙҙың данлы тарихына таянып, бөгөнгө көн шарттарына яраҡлы үҫеш юлдарын һайлау, сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барыуға саҡырыу.

Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылы янында табын ырыуы йәштәренең "Табын-фест" фестивале үтте. Икенсе тапҡыр үткәрелгән сара, республиканың 100 йыллығы һәм Ғаилә йылына арналды. Сараның маҡсаты, Табын йәштәрен берләштереү, быуын-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, ырыу тарихы менән танышыу, халҡыбыҙҙың данлы тарихына таянып, бөгөнгө көн шарттарына яраҡлы үҫеш юлдарын һайлау, сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барыуға саҡырыу. Республиканың Архангел, Ауырғазы, Асҡын, Ғафури, Ҡараиҙел, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Тәтешле, Әбйәлил, Белорет, Дәүләкән, Салауат райондарынан, күрше Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләренән килгән делегациялар, спорт ярыштарында, халыҡ кәсебе һәм шәжәрәләр күргәҙмәһендә, "Табын һылыуы", "Табын батыры" конкурстарында һәм концерт өлөшөндә ҡатнашты.
Сараның тантаналы өлөшөндә йәштәрҙе “Табын ырыуы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Нияз Сәлимов, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәрғәт Ҡотлобаев, “Мин - патриот” ойошмаһы етәксеһе Рәйлә Вәхитова, филология фәндәре докторы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Тимерғәле Килмөхәмәтовтар сәләмләне.
Артабан егет-ҡыҙҙар төрлө конкурс-ярыштарға таралышты. Ырыуҙың иң таһыл егетен асыҡлау маҡсаты менән уҙғарылған “Табын батыры” бәйгеһе бер нисә өлөштән торҙо. Беренсеһендә батырҙар үҙҙәре менән таныштырып үтһә, икенсеһендә көстәрен көрәштә күрһәтте, өсөнсөһөндә иһә улар алдында аттарҙы етеҙ генә егеү һәм туғарыу бу­рысы тора ине. Шулай уҡ улар армрестлингта көс һы­нашты, ә ижади конкурста бәйгеселәрҙең көслө генә түгел, һәләтле лә булыуына һоҡландыҡ. Тирәкле ауылы егете Заһир Ғәниев "Табын батыры"нда, республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан килгән 6 батыр менән, таһыллыҡта, сослоҡта, белемлектә көс һынашты, һүҙ-тел маһирлығын күрһәтеп, тамашасының ғына түгел, жюри ағзаларының да иғтибарын яулап икенсе урынға лайыҡ булды.
Егеттәр яланда үҙ-ара көс алышҡан арала, 9 ҡыҙ, шул иҫәптән Абҙандан Алһыу Мусина "Табын һылыу"ы исеменә дәғүәһен белдереп, сәхнәлә һынау тотто. Төрлө тарафтарҙан йыйылған Табын һылыуҙары зифа буйҙары менән генә түгел, һәләттәре менән дә ырыуҙаштарының күңелен арбаны. Был бәйге лә бер нисә өлөштән торҙо. Үҙҙәре менән таныштырып үткәндән һуң, “Башҡорт халыҡ ынйылары” ижади бәйгеһендә ҡыҙҙар башҡорт халыҡ йырын йә бейеүен башҡарҙы. Һылыуҙарҙың аш-һыуға, ҡул эштәренә маһирлыҡтары ла һыналды. Башҡорт халыҡ кейемендәге дефиле милли костюмыбыҙҙың матурлығын, сағыулығын күрһәтте. Онотолоп барған йолаларыбыҙға тамаша ҡылыу ҙа тарихҡа бер ҡараш ташларға мөмкинлек бирҙе. Ойоштороусылар уларға ла ҡыҙыҡлы турҙар әҙерләгәндәр - ҡыҙҙар үҙҙәре менән дә таныштырҙы, аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫталыҡтарын күрһәтте, йоланан өҙөк тә әҙерләп, башҡорт милли кейемдәрендә дефилела, ижади номерҙар менән дә сығыш яһаны.
Майҙанда төрлө йүнәләштәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Унда ла беҙҙең йәштәребеҙ һынатманы. Ҡыҫындынан Айһылыу Мөхәмәтова “Йәш лидер” һәм Гөлдәр Абдуллина “Халыҡ педагогикаһы” проекттары иң яҡшыларҙан табылды.
Тирмә ҡороусы ауылдар һәр ваҡыттағыса бик бай күргәҙмә эшләгән, уңған хужабикәләр милли аш-һыуҙарҙан һығылып торған табын әҙерләгән, хатта жюри ағзаларына урындар билдәләргә еңелдән булманы. Шулай ҙа Тәүәкәс ауыл биләмәһе тарафынан йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле тирмә әҙерләгәндәре өсөн, “Тирмәләр” конкурсында иң юғары мәрәй туплап тәүге баҫҡысты биләне.
Спорт ярыштарында ла яҡташтарыбыҙ һыр бирмәне. Волейбол буйынса Абҙан ауылы йәштәре тик майҙан хужаларынан ғына еңелеп, икенсе урынға лайыҡ булды. Ошо спорт төрөндә “Турнирҙың иң яҡшы уйынсы” исеменә Абҙандан Айнур Хәсәновҡа бирелде.
Шахмат уйнаусылар араһында ла бәйге көсөргәнешле барҙы. Шәхси беренселектә шахматсыларыбыҙ Альберт Рәхимов, Азамат Рәхимов һәм Айгизә Ҡунаҡбаева өсөнсө урынға күтәрелеп, дөйөм һөҙөмтәләр буйынса йыйылма командабыҙ “бронза” миҙалды яуланы.
Байрам шаулап-гөрләп үтеп китте, ә күңелдәрҙә уның шауҡымы ҡалды. Үҙебеҙҙең данлы, ҙур ырыуҙың балалары булыуыбыҙ менән ғорурлыҡ хистәрен дә уятты, киләсәктә тағы ла тырышыбыраҡ, ата-бабаларыбыҙҙың рухына тап төшөрмәҫлек итеп йәшәргә көс-дәрт тә өҫтәне, матур, уңған йәштәребеҙгә һоҡланыуҙы ла арттырҙы ул. Артабан ошондай фестивалдәр һәр йыл һайын табындар көн иткән райондарҙа үтәсәк. Киләһе йылға “Табынфест” фести­вален үткәреү эстафетаһын Тәтешле районы вәкилдәре ҡабул итеп алды.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: