Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
5 Июнь 2018, 14:20

“Бөгөнгө көн геройҙары”

Республика йортонда күп бала тәрбиәләгән 44 әсәгә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Был тантана хужалары — әсәләрҙе ғүмерҙәрендәге иң иҫтәлекле көндәре айҡанлы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тәбрикләне.

Республика йортонда күп бала тәрбиәләгән 44 әсәгә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Был тантана хужалары — әсәләрҙе ғүмерҙәрендәге иң иҫтәлекле көндәре айҡанлы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тәбрикләне.
— Һеҙгә ҡарап, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, илебеҙ демографик көрсөк кисерә, тип әйтерлек тә түгел, — тине Салауат Тәлғәт улы барлыҡ әсәләргә төбәп. — Һеҙ 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләйһегеҙ. Һеҙҙең һәр берегеҙ бөгөнгө көндөң төп геройҙары. Балаларығыҙҙы аяҡҡа баҫтырыу, ә иң мөһиме, уларҙы изге күңелле, намыҫлы һәм ысын кеше итеп тәрбиәләп үҫтереү —ҙур хеҙмәт талап итә. Илдең киләсәге хаҡында һүҙ сыҡһа, тәү сиратта? демографик хәлде иҫкә төшөрәбеҙ. Күп балалы ғаиләләрҙе дәүләт яғынан социаль яҡлау киләсәктә лә һаҡланасаҡ һәм өҫтөнлөктәргә эйә буласаҡ, тип ышандыра алам. Сөнки республикала бюджеттың 70 проценты социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә китә. Күп балалы, татыу, өлгөлө ғаилә — йәштәр өсөн лайыҡлы өлгө.
Төрлө район-ҡалаларҙан килгән бүләкләнеүселәр араһында ябай хужабикәнән алып һауынсылар, хат ташыусылар, тәрбиәселәр, уҡытыусылыр, бухгалтерҙар, хатта директорға тиклем бар. Әсәләр ҙә үҙҙәренең хеҙмәтен баһалағаны, күп балалыларға иғтибары өсөн хөкүмәткә рәхмәт әйтергә онотманы. Тантана һуңынан гүзәл зат вәкилдәре иҫтәлеккә фотоға төштө, сәй табынында әхирәттәре менән аралашты. Дәүләт наградалары тапшырыу тантанаһында беҙҙең райондан бер әсә — Тирәкленән Рәсилә Рәуил ҡыҙы Ҡотләхмәтова (һүрәттә) ҡатнашып, "Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде.
Рәсилә тормош иптәше Филүс Ғәлимйән улы менән 5 бала — ике ул, өс ҡыҙ тәрбиәләй. Бәхетле ханым ҡыҙҙарының һәм улда­рының ныҡлы терәге булыуы хаҡында белдерҙе. Ул хужалыҡтағы бөтә эште лә бергәләп атҡарыуҙары, хатта емеш-еләккә, бәшмәккә бергә йөрөүҙәре хаҡында әйтте. Иң оло ҡыҙҙары Физәлиә быйыл 10-сы класты, унан кесерәктәре Розалия — 7-сене, Гүзәлиә — 3-сөнө тамамлаһа, бәләкәстәр Рәфилгә — 4, ә Фәнилгә ни бары 2 йәш. Уларҙың апайҙары артынан йүгереп йөрөгән иң бәхетле мәле. Хужабикә һәр сабыйҙы Хоҙайҙың оло бер бүләге итеп ҡабул итеүҙәре хаҡында әйтте.
Бәхетле әсәне "Әсәлек даны” миҙалына эйә булыуы менән ҡотлайбыҙ! Ҡыҙ-улдарының илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ!
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: