Инйәр
-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
21 Апрель 2018, 06:29

«Мин яратам һине, тормош!»

Оло быуын вәкилдәре хаҡлы ялға сығыу менән икенсе һулыш асылғандай, дәртләнеп, күңеле ятҡан шөғөлөнә тотона. Шуға күрә йәмәғәтселектә һәм мәҙәни тормоштағы әүҙемлектәрен күтәреү, быуындар күсәгилешлеген тергеҙеү, һаҡлау, йәштәрҙе халыҡ йолаларына йәлеп итеү маҡсатында тап улар араһында төрлө бәйгеләр үткәрелә. Шуларҙың береһе — “Мин яратам һине, тормош!” республика фестивале.

Оло быуын вәкилдәре хаҡлы ялға сығыу менән икенсе һулыш асылғандай, дәртләнеп, күңеле ятҡан шөғөлөнә тотона. Шуға күрә йәмәғәтселектә һәм мәҙәни тормоштағы әүҙемлектәрен күтәреү, быуындар күсәгилешлеген тергеҙеү, һаҡлау, йәштәрҙе халыҡ йолаларына йәлеп итеү маҡсатында тап улар араһында төрлө бәйгеләр үткәрелә. Шуларҙың береһе — “Мин яратам һине, тормош!” республика фестивале.
Мәҙәниәт йорто шау-гөр килә. Сағыу һәм күҙ ҡамаштырырлыҡ башҡорт, рус милли кейемдәрендәге конкурсанттар тәжрибә уртаҡлашырға, күңел асырға һәм данлы бәйгелә үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтергә тип район үҙәгенең мәҙәниәт йортона йыйылды. Ҡунаҡтар фойела һәм икенсе ҡатта ойошторолған үҙенсәлекле төрлө күргәҙмәләрҙе ситләп үтмәне, уҡыусыларҙың һәм ҡул эше оҫталарының зауыҡлы сувенирҙарын, милли кейем өлгөләрен, көнкүреш
әйберҙәрен, картиналарын һоҡланып ҡараны. Туҡыу станогы янына килеп, һуғыулы балаҫтарға хайран ҡалып, Фәнисә Сәйфетдиноваға (Орловка) мөрәжәғәт итеүселәр бихисап ине.
Фестивалде архангелдәр асып ебәрҙе: “Русские узоры” рус халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе В.Швецова) ағзалары—Ҡыҙыл Еҙем әбейҙәренең таҡмаҡтары, “Заряница” вокаль төркөмө (Е.Егорова) йыры, “Ихлас” башҡорт
фольклор төркөмөнөң (Р.Мөхмәтйәрова) “Ләүсәтин” халыҡ йыры, Тәүәкәс ауылының “Ынйылар” фольклор төркөмө, Рәйлә Кинйәғолова, Диана Ена, Владимир Сафонов башҡарыуындағы йырҙар залдағыларҙы хис-тойғолар ға сорнаны.
Учалы районынан Нәғим Аллаяров Э.Вилдановтың “Документ” әҫәрен һөйләп, тормоштағы ир һәм ҡатын араһындағы мәҙәк хәлде бәйән итеп, үҙен нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ танытты. Рифҡәт Мөхәмәтшин баш ҡорт
халыҡ йырҙарын һуҙҙы. Әмир Ҡаһарманов һәм Ринат Сәйетов моңло итеп баянда һыҙҙыртты.
Ейәнсураларҙың “Гармония” (Л.Ғайсина), Илһам” (Г.Мырҙабулатова) вокаль ансамблдәренең йырҙары сая йәшлеккә арналһа, Зөмәрә һәм Рәфис Ишмөхәмәтовтарҙыҡы бәхетле тормоштоң ҡәҙерен белергә саҡырҙы.
Хәйбулла дәртлеләре лә бирешергә теләмәне. “Оҙон көй” бәйгеһе еңеүсеһе Шафиҡ Ҡарабаев, ошо бәйге лауреаты Урал Турумтаев, “Байыҡ” телевизион конкурсы лауреаты Алһыу Юлдашбаева, төбәк-ара бәйгеләр лауреаты Фәтих Ҡашҡаров, таҡмаҡ бәйгеһе еңеүсеһе Вәғиҙә Әхтәмова, “Хәйбулла” вокаль ансамбле, Миңзифа Ишемғолова сығыштары оҙайлы ҡул сабыуҙар менән оҙатылды. “Мин яратам һине, тормош!” конкурсын белореттар йом ғаҡланы. Уларҙың “Купава” рус йырҙары ансамбле (В.Грызлин), “Ауаз” инструменталь ансамбле (С.Ғәлиуллина) Рәзилә Ғимранова, Зәлифә Әғләмова, Фәриҙә Ноғаманова, Зөлфиә Әлибәкованың илһамлы нәфис һүҙе, йыр-бейеүҙәре һәм ҡумыҙ сиртеүҙәре йәнгә дауа биргәндәй булды.
Фестиваль тамам, ә күңелдә — тантана. Республикабыҙҙың район-ҡалаларында халҡыбыҙҙың гәүһәр ынйыларын һаҡлаусы, тергеҙеүсе һәм күҙ ҡараһылай һаҡлаусы рухлы, зыялы өлкән быуындың сәхнәләрҙе дер һелкетеүе — үҙе мәртәбә түгелме ни?! Ә хәҙерге йәштәргә бына тигән тәрбиә мәктәбе! Зона бәйгеһендә ҡатнашып, жюри тарафынан билдәләнгән иң-иңдәргә тиҙҙән баш ҡалала Гала-концертта сығыш яһау бәхете тейәсәк.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: