Инйәр
-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
12 Март 2018, 16:57

Йөҙөнсө миҙал эйәләре

“Әсәлек даны” миҙалдарына лайыҡ булған гүзәл заттарҙы Баш ҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡотланы.

“Әсәлек даны” миҙалдарына лайыҡ булған гүзәл заттарҙы Баш ҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡотланы.
Дәүләт на г р а д ал а р ы алыу сылар араһында районыбыҙҙан ике ҡатын-ҡыҙ бар. Улар Муллаҡай ауылында йәшәүсе
Әҡлимә Вәлиева менән Лилиә Ишемйәрова — районыбыҙҙа был миҙалға эйә булыусыларҙың 100-сө һәм 101-се һанын тултырыусылар ҙа. Вәлиевтәр ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнә: иң олоһо Юлайға 21 йәш булһа, кескәйҙәре Алмазға — 5, Айназға — 4 йәш. Юлай әлеге мәлдә Салауат ҡалаһында тимер иретеүсе булып эшләй, өйләнгән.
Ҡыҙҙары Юлиә Өфө колледжында, улдары Юлдаш 1-се класта уҡый. Ә Лилиә Рәшит ҡыҙы 2007 йылда Муллаҡайға килен булып төшә. Тормош иптәше Рәлиф менән ғаилә ҡороуҙарына — 10 йыл. Бәхеттәрен тулыландырып бер-бер артлы биш бала — Ирек, Зарина, Индира, Илнар һәм Милана донъяға килә. Әлеге мәлдә Ишемйәровтар алтынсы сабыйҙарының ауаз һалғанын көтә. Бүләкләнеүселәр күп балалы ғаиләләргә республика һәм райондар күләмендә ҙур ярҙам, даими иғтибар булыуҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Хәйер, донъяға бишәр-алтышар бала бүләк итеү кеүек ҙур яуаплылыҡты иңдәренә алған әсәләр һәм уларҙың ғаиләләре үҙҙәре лә ҡул ҡаушырып ултырмай, тырыш, аҡыллы, сабыйҙарына тейешле тәрбиә һәм белем биреп, ҙур тормош юлына сығарыу маҡсатында алдарына оло бурыстар ҡуйып йәшәй.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас в