Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
20 Февраль 2018, 16:04

Мал ҡышлатыу – яуаплы эш

Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ.И.Төгөлбаев етәкселегендә, мәғлүмәт-консультация үҙәге белгәстәре, райондың Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы С.А.Палтусов, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре “Кузнецов” крәҫтиән-фермер хужалығында мал ҡышлатыу осоро менән танышты.

Семинар барышында С.А.Палтусов 23 марттан техник күҙәтеү сараларының башланыуы хаҡында белдерҙе.
–Техниканың төҙөклөгө мөһим, шуға ла һәр үҙйөрөшлө техника дәүләт күҙәтеүе үтергә тейеш. Кеше ғүмерен һаҡлау, травмаларҙы иҫкәртеү маҡсатында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә оноторға ярамай,- тине Сергей Александрович.
Сарала ҡатнашыусылар “Кузнецов” крәҫтиән-фермер хужалығында сенажды әҙерләүҙә яңы технологиялар ҡулланыу ысулы менән танышты. Белгестәр билдәләүенсә, һауа шарттары ниндәй генә булыуға ҡарамаҫтан, йәйен рулондағы сенажды ваҡытында әҙерләү мөмкинселеге мал аҙығы сифатын һаҡлауға дусар. Икенсенән, соҡорға һалынған сенаждан айырмалы рәүештә, күпкә арзаныраҡҡа төшә.
Пленар өлөш Казанка ауылы клубында уҙҙы. Ғәле Ишбулды улы ағымдағы йылдың ғинуар айындағы ауыл хужалығы өлкәһендәге күрһәткестәр менән таныштырҙы. Мал ҡышлатыу осоро мәсьәләһен күтәреп, киләсәккә маҡсаттар ҡуйҙы. Яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек, хеҙмәтте һаҡлау һәм техник хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса мәғлүмәт-консультация үҙәгенең агроном-консультанты Р.Ш.Абдуллин сығыш яһаны.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: