Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең агрон ом- к о н с у л ь т а н ты Рәфис Абдуллин белдереүенсә, аграрийҙар ағымдағы йылда сәсеү эштәрен иртәрәк башларға фаразлай. Әгәр ҙә февралдә ҡар ҡатламы аҙ булһа, ерҙә дымлылыҡ түбән була, шул арҡала ҡатмарлыҡтар килеп сығыуы ихтимал.
– Яҙғы сәсеү эштәре май байрамдарына тиклем тамамланыуы күҙаллана,- тине Рәфис Шәкирйән улы. – Шуға күрә ауыл хужалығы тауар етештереүселәргә, хужалыҡтарға ашламаларҙы ваҡытында алыу мәсьәләһе тора.