Инйәр
+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Район яңылыҡтары
25 Января 2018, 23:42
Күңел астыҡ «Ҡар көнө»ндә
Ошо көндәрҙә район үҙәгенең “Юбилей” стадионында Баш ҡортостанда “Ғаилә йылы” һәм Рәсәйҙә “Ирекмәндәр йылы” уңайынан “Ҡар көнө” ойошторолдо.
“Ғаилә йылы” һәм Рәсәйҙә “Ирекмәндәр йылы” уңайынан “Ҡар көнө” ойошторолдо. Сарала Архангел, Арх-Латыш, Баҡалды, Ҡыҙыл Еҙем һәм Орловка ауыл биләмәләренән 18-ҙән алып 35 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнашты. Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, йәштәрҙе физик культура менән әүҙем шөғөлләнергә әйҙәү – бәйгенең төп маҡсаттарының береһе ине.
“Ҡар көнө”ндә ҡатнашыу сыларҙы райондың йәштәр эше, спорт һәм физик культура буйынса комитеты рәйесе Алевтина Тиунова, “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы директоры Михаил Голубев сәләмләп, ярыш ҡағиҙәләре менән аныштырғандан һуң, бәйгеселәр “Снайпер”, “Хоккей”, “Көслөләр”, “Ҡарлы тау” һәм башҡа эстафеталарҙа үҙ-ара көс һынашты.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Ҡыҙыл Еҙем ауыл биләмәһе йәштәре беренсе урын ға сыҡһа, икенселә – орловкалар, өсөнсөлә – Арх-Латыш ауыл биләмәһе йыйылма командаһы.
Еңеүсе командалар райондың йәштәр эше, спорт һәм физик культура буйынса комитеты тарафынан Маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"