Инйәр
+11 °С
Облачно
Район яңылыҡтары
14 Января 2018, 04:54
Мал ҡышлатыу барышы
Ошо көндәрҙә “Инйәр” яуап лылығы сикләнгән йәмғиәтендә малсылыҡ буйынса семинар уҙҙы. Унда район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ғәли Төгөлбаев, район ветеринария станцияһы начальнигы Венер Хажиәхмәтов, мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашты.
Ошо көндәрҙә “Инйәр” яуап лылығы сикләнгән йәмғиәтендә малсылыҡ буйынса семинар уҙҙы. Унда район хакимиәте
башлығы урынбаҫары Ғәли Төгөлбаев, район ветеринария станцияһы начальнигы Венер Хажиәхмәтов, мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә ауыл хужалығы буйынса 2017 йылдың дөйөм һөҙөмтәләре барланды, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары
етәкселәренең “АККОР” ауыл хужалығының тауар етештереүселәр Союзына инеү, ауыл хужалығы кооперативтарын
үҫтереү, мал һуйыу пункттарын ойоштороу, электрон ветеринария танытмаларын ҡулланыу, яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек, хеҙмәтте һаҡлау һәм янғын хәүефһеҙлеге, 2018 йылда грант программалары, шулай уҡ башҡа мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Тиҙҙән “АККОР” ауыл хужалығының тауар етештереүселәр Союзының республика
кимәлендә кәңәшмәһе уҙасаҡ. Ул сарала ҡатнашыу өсөн райондан мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Наталья Скуина, крәҫтиән фермер хужалығы етәкселәре Айгөл Усманова менән Артур Сабитов һайланды.
Көн дауамында сарала ҡатнашыусылар ошо хужалыҡта булып, уның эшмәкәрлеге, мал ҡышлатыу барышы менән танышты.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур